Әлшәй районы үҙәгендә ябыҡ боҙ һарайы, ә Таштүбә менән Казанка ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк

Әлшәй районы үҙәгендә ябыҡ боҙ һарайы, ә Таштүбә менән Казанка ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк https://bash.news/news/116172_lshj_rajony_gend_yaby_bo_arajy_tashtb_menn_kazanka_auyldarynda_feldsherakusherly_punkttary_tlsk/?lang=bash
12 фев 2020, 21:41

Был турала Республика башлығы бөгөн Әлшәй районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Радий Хәбиров төбәктә социаль объекттарҙа эш барышы ҡараны, етештереү ҡеүәттәре менән танышты. Әлшәйҙәрҙе көткән яңылыҡтар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бер һүҙ менән әйткәндә, лабораторияла иген культураларының составын, сифатын асыҡларға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, бындай кимәлдәге заманса ҡоролмалар хатта, ҡеүәтле элеваторҙарҙа ла юҡ. Улар грант аҡсаһына алынған, ошо маҡсатта 47 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Бөтәһе биш оҫтахана йыһазландырылған, улар «Вордскиллс», йәғни халыҡ-ара талаптарға тулыһынса яуап бирә. Колледжда уҡыған меңгә яҡын студентҡа донъяуи стандарттар буйынса белем биреү мөмкинлеге асылған.

Уҡыу йортонда алты йүнәлеш буйынса белем бирелә. Радий Хәбиров ауыл хужалығы техникаһын, лабораторияларҙы ҡарап сыҡты. Педагогтар әйтеүенсә, ауыл хужалығында ветеринарҙарға ихтыяж ҙур, белгестәрҙең күбеһе шәхси клиникаларға китә. Былтыр тамамлаған 65 студенттың өсәүһе генә хужалыҡтарға эшкә барған. Колледжда «Таврос» компанияһы менән берлектә яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, бында ветеринарҙар өсөн уҡытыу тәжрибә майҙансығы урын аласаҡ.

Ә был иһә изге урын. Шафрандағы туғандар ҡәберлегендә 369 совет һалдаты ерләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда өс госпиталь урынлаша. Радий Хәбиров республикала дан һәм ҡаһарманлыҡ йылына старт бирелеүен билдәләп ветерандарға иғтибар байрам ваҡытында ғына түгел, ә һәр ваҡыт булырға тейеш тине. Республика башлығы һуғыш ветераны Рәшит Ғөбәйҙуллинды өфөләге парадҡа саҡырып, яу ҡаһарманына телевизор бүләк итте.

Районда әле яңы бассейн менән физкультура һауыҡтыу комплексы төҙөлә, ул юбилей обьекты. Проекттың хаҡы 145 миллион һумдан ашыу, заманса комплексты март аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Әле әлшәйҙәр спорт менән «Ыласын» балалар-үҫмерҙәр мәктәбендә шөғөлләнә, бында 19 спорт төрө буйынса төркөмдәр эшләй. Әле мәктәптә көрәш буйынса район-ара ярыш бара.

Спорт мәктәбендә хоккей клубы ла эшләй. Хужалар ҡыйыҡ аҫтындағы боҙ майҙансығы хаҡында хыяллана. Радий Хәбиров белдереүенсә, бында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк боҙ майҙаны төҙөләсәк, тик унда күрше райондар ҙа шөғөлләнә алырға тейеш

Әлшәйҙә шәхси хужалыҡтар ҙа уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән «Исток» предприятиеһы ауыл хужалығы продукцияһы сығара, киләсәктә бында һөт аҙыҡтары етештереүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. Ә Зариповтар районда икмәк ризыҡтары бешереү линияһы асҡан. Йылына бында 387 тонна продукция һатыуға оҙатыла. Район үҙәгендәге ял паркы ла яңы һулыш алған, ул уңайлы мөхит программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелнә. Финанслау күләме 5 миллион һумдан ашыу. Әле бында кеше күп түгел, әммә хужалар әйтеүенсә йылы миҙгелдә парк балалар тауышынан гөрләп тора.

Республика башлығының эш сәфәре ғәҙәттәгесә башлыҡ сәғәте менән тамамланды. Радий Хәбиров билдәләүенсә район көслө, ҡеүәтле. Быйыл бюджетҡа килем тәүге тапҡыр миллиард һумдан артҡан.Унда һүҙ боҙ һарайы, Казанка һәм Таштүбә ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү, Ыҫлаҡ амбулаторияһын ремонтлау хаҡында барҙы. Радий Хәбиров был эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа тиҙерәк башларға ҡушты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Әлшәй районы үҙәгендә ябыҡ боҙ һарайы, ә Таштүбә менән Казанка ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет