Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһының короновирус инфекцияһына бәйле карантинға ябылмаясаҡ

Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһының короновирус инфекцияһына бәйле карантинға ябылмаясаҡ https://bash.news/news/116173_fn_21se_klinik_dauaxanayny_koronovirus_infekciyayna_bjle_karantina_yabylmayasa/?lang=bash
12 фев 2020, 21:46

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы социаль селтәрҙәрҙә таралған Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһының короновирус инфекцияһына бәйле карантинға ябылыуы тураһындағы хәбәргә аңлатма бирҙе.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдеререүҙәренсә, уҙған төндә медицина учреждениеһында Ҡытайҙан ҡайтып коронавирус сиренә шик тыуҙырған пациент килтерелгән. Тейешле саралар уҙғарылғандан һуң ул артабан тикшерелеү өсөн баш ҡаланың 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһына күсерелгән. Был мәлдә башҡа пациенттарҙы ҡабул итеү дауахананың поликлиникаһында ойошторолған, улар шулай уҡ тиҙ ярҙам хеҙмәте машиналарында ҡаланың башҡа медицина учреждениеларына ебәрелгән. Әлеге ваҡытта 21-се клиник дауахана ғәҙәти режимда эшләй.

Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһының короновирус инфекцияһына бәйле карантинға ябылмаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет