Зубов ауылында тәүге балалар баҡсаһы сафҡа инде

Зубов ауылында тәүге балалар баҡсаһы сафҡа инде https://bash.news/news/116174_zubov_auylynda_tge_balalar_basay_safa_inde/?lang=bash
12 фев 2020, 21:53

Быға тиклем меңдәрсә кеше йәшәгән ауылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы юҡ ине. Мәғариф учреждениеһы 260 урынға иҫәпләнгән, әммә йылдам үҫешкән ауылдың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай. Ләкин яңы файҙаланыуға тапшырылған балалар баҡсаһы ла һуңғыһы түгел, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.

Лилиә ханым ейәнсәрҙәренә тәрбиәсе лә, ашнаҡсы ла, уҡытыусы ла. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә ошоға тиклем балалар баҡсаһына йөрөмәгән. Шуға күрә был көндө улар түҙемһеҙлек менән көткән.

Мәктәп йәшенәсә балалар баҡсаһын күрмәгән сабыйҙар Зубов ауылында бик күп. Ләкин һәр береһе лә өләсәй-олатай мәктәбе менән маһая алмай. Кемдәрҙер Өфөгә йөрөһә, берәүҙәр түләүле балалар баҡсаһынабарырға мәжбүр булған.

«Бәпембә» тип исемләнгән балалар баҡсаһы сабыйҙарҙы ҡарауға ғына ҡалдырып китеү өсөн түгел. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап та үҫтереү өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Малай-ҡыҙҙар парта артына ултырғансы ниндәйҙер һөнәр үҙләштерә.

Виктория Тарзимина, балалар баҡсаһы мөдире: “Мөмкинлектәр иҫ киткес. Бында өҫтәмә белем биреү ҙә ойоштороласаҡ. Балалар һынлы сәнғәт серҙәрен үҙләштерә аласаҡ, бейеү, тәбиғәтте өйрәнеү бүлмәләре бар, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә тренажерҙар урынлаштырылды. Беҙҙең шатлыҡтың сиге юҡ”.

260 урынға иҫәпләнгән булыуына ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһы байтаҡҡа күберәк сабыйҙарҙы ҡабул итәсәк. Әле 264 малай һәм ҡыҙҙарҙан 10 төркөм тупланған да инде. Хәҙер күрше райондарҙан кире ҡайтасаҡ балаларҙан тағы ике төркөм төҙөләсәк.

Автор: Айнур Кәбиров.

Зубов ауылында тәүге балалар баҡсаһы сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет