«Экология» милли проекты сиктәрендә Туймазы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса майҙансыҡтар булдырыла

«Экология» милли проекты сиктәрендә Туймазы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса майҙансыҡтар булдырыла https://bash.news/news/116176_ekologiya_milli_proekty_siktrend_tujmazy_rajonynda_aty_knkresh_aldytaryn_jyjyu_bujynsa_majansytar_buldyryla/?lang=bash
12 фев 2020, 21:55

Ауылдарға яңы евроконтейнерҙар. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән сара хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡаран-Бишенде ауылына дүрт евроконтейнер бүленгән, пластик һауыттар йыйыу буйынса ла айырым урын билдәләнә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтары төҙөк, япмалы, асфальт менән түшәлгән.

Фәрит Шәрифуллин, «Махсус экология транспорты» ойошмаһы водителе: “Был аҙнала 207 контейнер ҡуйҙыҡ районға, халыҡ өсөн бик уңайлы. Контейнерҙар булған ерҙә таҙа, тәртип була”.

Контейнерҙарҙа йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтары график буйынса аҙнаһына ике тапҡыр сығарыласаҡ. Ваҡыты урындағы халыҡҡа билдәле.

Земфира Насирова, Ҡаран-Бишенде ауылында йәшәүсе: “Ҡапҡа янына сығарып ҡуя инек, машина килеп алып китә ине. Ҡапсыҡтар һатып ала инек. Хәҙер уңайлы, ошонда килтереп һалабыҙ. Өйҙә сүп йыйылып ятмай”.

Гүзәл Ещеркина, Ҡаран-Бишенде ауылында йәшәүсе: “Ҡалалағы кеүек контейнерҙар ҡуйғас, бик шатбыҙ. Эшкә барғанда ла, ҡапсыҡты алып ташларға була”.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Туймазы районы «Таҙа муниципалитет» номинацияһында еңеп сығып, Республика башлығы грантына лайыҡ булғайны. Финанс ярҙам күләме биш миллион һум тәшкил итә, был сумманың ике йөҙ мең һумы Үрге Бишенде ауылы биләмәһенә йүнәлтелә.

Ринат Миңнуллин, Үрге Бишенде ауылы хакимиәте башлығы: “Ауыл биләмәһендә ун ауыл иҫәпләнә, уларға 45 контейнер ҡуйылды. Яртыһы ҡаты ҡатлам, бетон түшәп яһалған. Хәҙер ошо майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү буйынса эш алып барабыҙ”

Туймазы районында меңдән ашыу евроконтейнер ҡуйылған. Улар урындағы хакимиәткә төбәк операторы тарафынан ҡуртымға бирелә. Көҙгә тиклем тағы ла өс ауыл биләмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса махсус майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк, ҡала янындағы шәхси секторҙы ла сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса контейнерҙар менән тәьмин итеү ҡаралған. Әйткәндәй, квитанциялағы түләүҙәрҙе районда йәшәүселәрҙең 78 проценты ваҡытында индерә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

«Экология» милли проекты сиктәрендә Туймазы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса майҙансыҡтар булдырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет