Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асылды

Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асылды https://bash.news/news/116177_msk_ete_y_kartinalar_krgme_asyldy/?lang=bash
12 фев 2020, 21:56

Экспозиция Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағынадағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә урынлашҡан.

Ижади проект республиканың бер нисә рәссамының әҫәрҙәрен берләштерә. Ҡыл ҡәләм оҫталарының һәр ҡайһыһы халыҡ хикәйәтен үҙенсә һынландырған. Проект авторы Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, төп идеяға ярашлы, һәр рәссам легендалағы ҡыҙҙар араһынан үҙенең образын тыуҙырырға тейеш булған.

Каринэ Хәбирова: “Проекттың идеяһы Башҡортостан сәнғәтенә тәрән һоҡланыуҙан килеп тыуҙы. Был матурлыҡты Мәскәүҙә, тыуған ерҙәренән ситтә йәшәүселәргә лә күрһәтке килде. Асыҡланыуынса күптәр Башҡортостанда ошондай һәләтле рәссамдар тыуып үҫеүе һәм ижад итеүен белмәгән дә”.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙе ансамбле артистары, Мәскәүҙең башҡорт мәҙәни үҙәге ижади коллективтары һәм йырсы Алсу сығыш яһаны.

Алсу, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Бик күркәм күргәҙмә һәм рәссамдар! Мин үҙем дә бер аҙ рәссам, шуға ла картиналар айырыуса илһамландырҙы. Киләсәктә бәлки, мин дә үҙемдең картинам менән «Ете ҡыҙ» экспозицияһын тулыландырырмын. Мин бындай күргәҙмә ойошторолоуға бик шатмын”.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет