«Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә – 90 йәш

«Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә – 90 йәш https://bash.news/news/116178_jnshishm_balalar_m_merr_gziten_90_jsh/?lang=bash
12 фев 2020, 21:57

Башта «Йәш төҙөүсе», артабан – «Башҡортостан пионеры», хәҙерге көндә «Йәншишмә» исемендә сыҡҡан балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең тәүге һаны донъя күреүгә бөгөн 90 йыл тулды. Оло юбилейҙары менән баҫма хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Ниндәй генә исемдәрҙә сыҡһа ла, ул изге бурыстарына тоғро ҡалып, республикабыҙ балаларын әҙәпле булырға, белемгә ынтылырға, хеҙмәт һөйөргә, ысын дуҫлыҡҡа өндәй. Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһын уҡып үҫкән ҡыҙҙар, малайҙарҙың күптәре күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, бөйөк ғалимдар, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, шағирҙар булып танылды. 1930 йылдың 12 февралендә «Йәш төҙөүсе»нең беренсе һаны донъя күрә.

Гәзиттең тәүге мөхәррире шағир Хәй Мөхәмәтйәров була. Уның эргәһендә оло һәм кесе йәштәге ижади көстәр туплана. 1959 йылдың 1 ғинуарынан гәзит «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан сыға башлай. Уның мөхәррире итеп яугир шағир Шәриф Бикҡол тәғәйенләнә.

1991 йылдан гәзит «Йәншишмә» исеме менән сыға башлай. Ҡатмарлы осорҙа йәш быуынға рухи яҡтан матур, дөрөҫ тәрбиә биреүҙе үҙенең төп эш йүнәлеше итеп ала. Гәзиттә туған телде, үҙ халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, әҙәп-әхлаҡкә ҡағылышлы мәҡәләләр урын ала башлай.

«Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә – 90 йәш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет