Башҡорт дәүләт аграр университетында бөгөн инновацион лаборатория эшләй башланы һәм студенттарға унда тәүге дәрес үтте

Башҡорт дәүләт аграр университетында бөгөн инновацион лаборатория эшләй башланы һәм студенттарға унда тәүге дәрес үтте https://bash.news/news/116189_bashort_dlt_agrar_universitetynda_bgn_innovacion_laboratoriya_eshlj_bashlany_m_studenttara_unda_tge_dres_tte/?lang=bash
13 фев 2020, 00:07

Европа программаһы буйынса уҡытыу вуздың Европа кимәлендә отҡан грант ярҙамында булдырылған. 80 мең евро йәки бөгөнгө курс менән 5 миллион 600 мең тирәһе торған аҡсаға ерҙе географик мәғлүмәт ярҙамында ситтән тороп тикшереү өсөн шарттар булдырылған. Аграр һәм урман хужалығы тармағы өсөн белгестәр әҙерләүҙә яңы алым менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Квадрокоптер менән хәҙер бер кемде лә аптыратырлыҡ түгел. Ә бына уны уҡыу өсөн ҡулланыу Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары өсөн яңылыҡ. Тәбиғәтте өҫтән төшөрөп, һуңынан уҡыу процессында йыл әйләнәһендә өйрәнергә була. Бындай мөмкинлек . Европа союзының «Эразмус+» проекты буйынса отҡан грант ярҙамында булдырылған.

Ҡеүәтле компьютерҙар, уларға индерелгән инновацион программа, карталар – лабораторияла Ерҙе геомәғлүмәт системалары ярҙамында ситтән тороп тикшереү өсөн бөтә шарттар бар.

Белгестәр янғындарҙы һәм урмандарҙы зарарлаусы ҡоротҡостарҙы дистанциянан өйрәнә ала. Географик мәғлүмәт системалары менән ауыл хужалығы, айырыуса һаҡланған биләмәләр һәм объекттар, урман һәм һыу фонды ортофотопландарын төҙөп була.

Университет Европа вуздары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барасаҡ. Инновацион белем биреү киләсәктә заман технологияларын аграр тармаҡта һәм урман хужалығында ҡулланыу мөмкинлеге бирә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡорт дәүләт аграр университетында бөгөн инновацион лаборатория эшләй башланы һәм студенттарға унда тәүге дәрес үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет