Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡорт теленән белемен нығыта

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡорт теленән белемен нығыта https://bash.news/news/116300_mzhit_afuri_isemendge_bashort_dlt_akademiya_drama_teatry_artistary_bashort_telenn_belemen_nyyta/?lang=bash
13 фев 2020, 22:51

72 сәғәткә иҫәпләнгән курстар һуңында һәр кемгә махсус таныҡлыҡ тапшырыласаҡ. Тәүге дәрес башҡорт теленең орфоэпия нормаларына арналды.

Тел белгестәре фекеренсә, сәхнә актерҙары өсөн был мөһим дәрестәрҙең береһе. Сөнки һүҙҙә өндәрҙе боҙоп әйтеү йә иһә баҫымды дөрөҫ ҡуймау әйтелгәндең мәғәнәһен бөтөнләй үҙгәртеүе ихтимал. Башҡорт теле курстары актерҙарҙың телмәр оҫталығын шымартыуға йүнәлтелгән дә инде.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡорт теленән белемен нығыта

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет