Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенең яңы бинаһы төҙөләсәк

Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенең яңы бинаһы төҙөләсәк https://bash.news/news/116303_uysh_veterandary_sn_respublika_klinik_gospitalene_yay_binay_tlsk/?lang=bash
13 фев 2020, 23:16

Заманса объектты баш ҡаланың Затон биҫтәһендә сафҡа индереү ҡарала. Был турала бөгөн Республика башлығының госпиталгә эш сәфәре барышында белдерелде.

Табиптар әйтеүенсә, ғәмәлдәге медицина учреждениеһы дауаланыуға мохтаж барлыҡ пациенттарҙы ла һыйҙыра алмай. Бында Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғышы ветерандары, эш урынында йәрәхәт алыусылар ҙа мөрәжәғәт итә. Республика башлығы медицина учреждениеһындағы бүлектәрҙә булды, бында йыл һайын 2 меңгә яҡын кеше дауалана. Госпиталдә дауалау комплекслы рәүештә алып барыла, медицина учреждениеһы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Радий Хәбиров госпиталдә дауалау сифатын юғары баһаланы. Бында һауығыуға өмөтөн өҙгән кешеләр аяҡҡа баҫтырыла, тине Республика башлығы. Эш сәфәре барышында госпиталде яңы бинаға күсереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Ул Затон биҫтәһендә урын алыр тип күҙаллана. Баш табип әйтеүенсә, заманса объект дауалау сифатын яңы кимәлгә күтәрәсәк. Ә Өфөләге корпустарға килгәндә, уларға ремонт яһалған, шарттар яҡшы.

Дауалау, реабилитациялау сифаты хаҡында һүҙ сәләмәтлек сәғәтендә лә барҙы.Кадрҙар ҡытлығын бөтөрөүгә килгәндә, муниципаль берәмек башлыҡтарына медицина вуздары студенттары менән шәхсән эшләргә ҡушылды. Бынан тыш, алдынғы тәжрибәләрҙе үҙләштереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле Башҡортостан делегацияһы Австрияға эш алымдарын өйрәнергә йыйына. Өфөнән Тель Авивҡа тура авиа рейс та асыласаҡ, Израиль медицина буйынса донъяла лидер, тине Радий Хәбиров. Ә ауыл мәктәптәрендәге стоматология кабинеттарын 1 мартҡа тиклем асыу бурысы ҡуйылды. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, һуңғы ваҡытта райондарҙа медицина учреждениеларын һаҡлап ҡалыу буйынса мөрәжәғәттәр күп.

Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенә эш сәфәре һәм сәләмтәле сәғәте хаҡында тулыраҡ репортажды яңылыҡтарҙың киске сығарылышында ҡарағыҙ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенең яңы бинаһы төҙөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет Купидон по вызову