Автобус туҡталышында ҡуйылған видокамералар Радий Хәбировты таныны

Автобус туҡталышында ҡуйылған видокамералар Радий Хәбировты таныны https://bash.news/news/116406_avtobus_tutalyshynda_ujylan_vidokameralar_radij_xbirovty_tanyny/?lang=bash
14 фев 2020, 21:36

Республика етәксеһе баш ҡалала мәғлүмәти-коммуникациялар технологияһы үҙәге эшмәкәрелеге менән танышты. Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы төбәк башлығының ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Әлеге ваҡытта Өфөлә 951 камера беркетелгән.

Улар халыҡ күпләп йөрөгән урындар, ихаталарҙы күҙәтеп тора. Ҡоролмалар шулай уҡ балалар майҙансыҡтары, сүп-сар йыйыу контейнерҙары тирәһендә лә урынлаштырылған. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарындағы камералар кешенең шәхесен дә билдәләй ала. Аҡыллы туҡталыштарҙа шулай уҡ автобустар хәрәкәте, һауа торошо тураһындағы мәғлүмәттән тыш гаджеттарҙы зарядкалау, интернетҡа инеү мөмкинлеге лә бар. Шунда уҡ ҡотҡарыу хеҙмәте менән дә бәйләнешкә инеп була.

Видеокүҙәтеү ҡоролмалары ут, төтөн сығыуын да билдәләй ала. Был системаны индереү менән Инорс биҫтәһендә генә енәйәтселек 20 процентҡа кәмегән. Киләсәктә уны тағы ла камиллаштырыу күҙ уңында тотола. Һанлы үҫеш министры әйтеүенсә, интеллектуаль системаға быға тиклем ҡуйылған камераларҙы ла тоташтырыу мөһим.

Автор: Айнур Кәбиров.

Автобус туҡталышында ҡуйылған видокамералар Радий Хәбировты таныны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет