Башҡортостан 2024 йылға илдең иң яҡшы биш мәғариф системаһы исемлегенә инергә тейеш

Башҡортостан 2024 йылға илдең иң яҡшы биш мәғариф системаһы исемлегенә инергә тейеш https://bash.news/news/116407_bashortostan_2024_jyla_ilde_i_yashy_bish_marif_sistemay_isemlegen_inerg_tejesh/?lang=bash
14 фев 2020, 21:37

Уға тиклем донъяның иң яҡшы ун мәғариф системаһына эләгеү бурысы тора. Бөгөн ошо хаҡта республика мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде.

Балалар баҡсаһына сиратты кәметеү өсөн тағы 24 мәктәпкәсә учреждение, ике полилингваль белем усағы һәм ете мәктәп төҙөү ҡарала. Былтыр 100 уҡытыусы "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса 600 мең һум аҡса алған. Проект буйынса ауылға тағы 150 педагогты йәлеп итеү күҙаллана.

Шулай уҡ Башҡортостан башлығы ҡарары менән белем биреү эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн мәктәптәргә бер миллион һум күләмендә грант бүленәсәк. Ә бына белем биреү эшмәкәрлегендә талаптарға яуап бирмәгән белем усаҡтарының дәүләт аккредитациялары туҡтатыла. Былтыр төбәктә был исемлеккә 60 белем биреү ойошмаһы ингән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостан 2024 йылға илдең иң яҡшы биш мәғариф системаһы исемлегенә инергә тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет