Учалы районы Учалы ауылында йәшәүселәр торлаҡ шарттарына ризаһыҙлыҡ белдерә

Учалы районы Учалы ауылында йәшәүселәр торлаҡ шарттарына ризаһыҙлыҡ белдерә https://bash.news/news/116409_uchaly_rajony_uchaly_auylynda_jshselr_torla_sharttaryna_rizayly_belder/?lang=bash

Нигеҙле йорттоң нигеҙһеҙ тормошоТиҫтәләрсә йыл тимер юлында эшләгән хеҙмәт ветерандары бөгөн ярым-емерек хәлдәге йортта көн итергә мәжбүр. Араларында "Әсәлек капиталы"на һатып алып үкенеүҙә ҡалған ғаиләләр ҙә бар. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Альбина Исмәғилева бер бүлмәле фатирҙы Учалы ауылынан "Әсәлек капиталы"на һатып ала. Балалар баҡсаһы, мәктәптең йәшәгән урындан алыҫ булмауын иҫәпкә алғанда ҡыуаныслы ла ул. Ләкин, торлаҡта үңәҙ булыуы үҙәккә үткән, ти ике бала әсәһе. Торлаҡ эсен күпме генә төҙөкләндермәһен, көстө бушҡа сарыф итеүгә тиң. Ә йорт подъезын әйтеп тораһы түгел.

Альбина Исмәғилева: “Ҡышын-йәйен бында һыу. Әгәр ул килеп төшһә, балалар нисек йөрөргә тейеш? Белмәйем. Мин көнө буйы эштә, ә балалар үҙҙәре мәктәпкә йөрөй. Ҡурҡам”.

Был ике ҡатлы йорт 50-се йылдар аҙағында тимер юлсыларына тип төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт уҙғарылғаны булманы, ти урындағы халыҡ. Хатта, электр сымдарына ярты быуат самаһы ваҡыт үткән.

Ут сыға ҡалһа, ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булыуы ихтимал. Ул ғына түгел, йорттоң бөтөнләй емерелеп төшөрөнән ҡурҡа урындағы халыҡ. Бөгөн, йә иртәгә тип көн иткәндәрҙең әле лә йорт кирбестәре бер-бер артлы ҡойола ла башлаған.

Ә унан тура фатир эсенә лә үтеп-инеп сығырға мөмкин. Был күренеш тик бер йортта ғына күҙәтелмәй. Улар Учалы ауылында дүртәү.

Фирүзә Фәхретдинова: “Сырость, һыуыҡ. Йәшәрлек әмәл юҡ. Стеналарын аҡтап та ҡарайбыҙ, Ике аҙнанан шул хәлгә ҡайта. Бында әсәйем йәшәне. Әле ул беҙҙә.”.

Хәбәрсе. Был йорттарҙағы фатирҙар ҙа күптәргә эш урынынан бирелгән. Барыһы ла тимер юлында 3-4 тиҫтәләп йыл эшләгән.

Рәмилә Шәғәлина: “Ғүмер буйы бында тимер юлында эшләгән халыҡтар йәшәгән. һуңғы йылдарҙа әсәлек капиталына алып килгән ғаиләләр күбәйҙе. Сөнки, осһоҙ. Сараһыҙлыҡтан бында төпләнә”.

Айгөл Хөснуллина: “Ямғыр яуа икән фатир эсендә һыу тигән һүҙ. Элек сырость ине. Үҙ көсөм менән нисектер бөтөрөп алдым да ул, ләкин потолок төшөп бара”.

Учалы ауылы йорттарындағы проблема менән район хакимиәте лә хәбәрҙар. Асыҡланыуынса, был дүрт йорт тәүҙә Рәсәй тимер юлдары компанияһына ҡараған. Унан һуң 2004 йылда муниципалитет ҡарамағына тапшырылған. Теүәл ике йылдан улар авария хәлендә тип таныла. Әммә, шул уҡ ваҡытта Юғары суд тарафынан был ҡарар кире ҡағыла. Һөҙөмтәлә, эскпертиза тик былтыр көҙ көнө генә эшләнә. Район етәкселеге, йорттарҙың ошондай хәлдә ҡалыуын, урындағы халыҡтың йәшәгән биләмәһенә битараф ҡарауынан күрә.

Альберт Мостафин, Учалы ауыл советы биләмәһе башлығы: “Халыҡ үҙе әҙерәк кенә ялҡауыраҡ, үҙҙәренең йәшәгән өйөн әҙерәк кенә булһа тәртиптә тотоу мөҡһим бит инде. Йыумайҙар, буямайҙар, подъезд бысраҡ. шуға уларға әҙерәк кенә булһа ла ҡыбырларға кәрәк”.

Район хакимиәте етәкселеге был йорттар бөтөнләй төҙөкләндереүгә яраҡһыҙ тигән фекерҙә. Берҙән-бер ысул ул халыҡты күсереү. Ә йортто һүтеп ташлау. Әле был эштәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса федераль программаға инеү өсөн документтар әҙерләнә. Ҡасан эшләнәсәк? Әлегә һорау асыҡ ҡала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Учалы районы Учалы ауылында йәшәүселәр торлаҡ шарттарына ризаһыҙлыҡ белдерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет