Республикала үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәттәре булдырыла

Республикала үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәттәре булдырыла https://bash.news/news/116411_respublikala_klshterelgn_laboratoriya_xemttre_buldyryla/?lang=bash
14 фев 2020, 21:42

Уларҙың береһе Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында үҙ эшен башланы. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Граждандар үҙгәрештәрҙе һиҙмәйәсәк, сөнки теркәү урыны буйынса поликлиникала ҡан тапшыра, ә бына анализдар үҙәкләштерелгән лабораторияларҙа тикшерелә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Йүнәлтмәләге штрих-код ярҙамында пациентҡа ниндәй анализдар тапшырыу кәрәклеге компьютерҙа күренә. Дөйөм тикшереүҙән тыш, онкомаркер, биохимия, гормондарға айырым пробиркалар билдәләнгән. Процедура кабинетында ҡағыҙ эше юҡ кимәлдә, шәфҡәт туташына бланктар тултырып ултырырға кәрәкмәй. Барыһы ла электрон форматта тултырыла. Пациенттар айырым бүлмәлә ҡан тапшыра. Анализ һөҙөмтәләрен оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй.

Илүзә Йосопова, Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы: “Штрих-кодты сығарып, һәр бер пробиркаға йәбештерәбеҙ. Уның төҫөнә ҡарап, ниндә йанализға икәнен белергә була. Дөйөм, биохимия анализдары шул уҡ көндө билдәле була. Паиценттарға хәҙер уңайлы, теләктәре булһа, һөҙөмтәләрҙе электрон адресҡа ебәрә алабыҙ”.

Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы анализдарҙы ентекле тикшереү буйынса яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Урында үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәте үҙ эш башланы. Ул баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк, лабораторияға алты поликлиникала тапшырылған анализдарҙы килтереү ҡаралған.

Был биохимия анализаторы. Яңы медицина ҡорамаланың етештереүсәнлеге юғары. Көнөнә уның аша 800 пациенттың ҡан анализдары үтә. Глюкоза, холестирин, креатинин, ғөмүмән, 43 күрһәтмә буйынса ҡан тикшерелә.

Белгестәр яңы аппаратты тиҙ үҙләштерә, быға тиклем ҡул эше күп талап ителһә, хәҙер бар процесс автоматлаштырылған. Анализ мәғлүмәттәре шунда уҡ компьютерҙағы базаға индерелә, табиптарға йүнәлтелә. Гемотология бүлеге лә үҙгәрештәр кисерә. Ҡанға дөйөм анализ яһауҙа техник мөмкинлектәр киңәйгән.

Гөлнара Мәҡсүтова, Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы биологы: “Микроскоп аша лейкоцитттарҙы һанай инек, бәләкәй генә анализаторыбыҙ бар ине, һәр бер ҡанды үлсәп һала инек. Һөҙөмтәләрҙе таблица буйынса ҡарай инек, әлеге ваҡытта беҙҙең анализатор тулыһынса автоматлаштырылған”.

Лабораторияла анализдар ун тапҡырға күберәк күрһәтмә буйынса тикшерелә. Һөҙөмтәләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә билдәле була. Яңы ҡорамалдар ярҙамында хаталар ҙа китмәй,ти белгестәр.

Фәнил Билалов, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лаборатория диагностикаһы буйынса штаттан тыш баш белгесе: “Пациенттар өсөн бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ, пациенттар шул уҡ үҙҙәренең поликлиникаларына, дауаханаларына йөрөп, анализдар тапшыра. Ул дауахана-поликлиникаларҙан анализдарҙы машина менән был лабораторияға килтереп, үҙәкләштерелеп эшләнә инде. Күпкә осһоҙораҡҡа төшә һәм тиҙерәк тә килеп сыға”.

Үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәттәре илдең 29 төбәгендә булдырылған. Күләмле проектта Өфөләге 13-сө клиник дауаханаһынан тыш, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ла ҡатнаша.

Максим Забелин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры: “Өфөлә ике ҙур үҙәкләштерелгән лаборатория эшләйәсәк. Анализдарҙы йыйыу пукнтары һәр медицина учреждениеһында ла ҡала. Шулай уҡ проект Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында тормошҡа ашырыла. Унда ла матди-техник база көслө”.

Республика лабораторияларында медицина ҡорамалдары 62 процентҡа тиклем иҫкергән, шуға үҙәкләштереү – көнүҙәк мәсьәлә. Медицина мәғлүмәт системаһы ярҙамында лаборатор анализдарҙы һаҡлау ваҡыты ла оҙайтыла, хеҙмәт етештереүсәнлеге лә арта.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республикала үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәттәре булдырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет