Иглин районында тыл ветерандары осрашыуы үтте

Иглин районында тыл ветерандары осрашыуы үтте https://bash.news/news/116412_iglin_rajonynda_tyl_veterandary_osrashyuy_tte/?lang=bash
14 фев 2020, 21:42

Иглин районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҫмер саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән һуғыш балалары менән йәш быуындың осрашыуы үтте.

Өлкәндәр уҡыусылар менән ауыр бала сағы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар араһында Ленинград блокадаһын үҙ иңдәрендә үткәреүселәр ҙә бар. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан төбәктә шанлы һәм данлы йылдар иҫтәлегенә арналған саралар йыш ойоштороласаҡ. Осрашыуҙа ҡатнашыусы райондың көс структуралары вәкилдәре патриотик сараның йәш быуын өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Улар ветерандарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Иглин районында тыл ветерандары осрашыуы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет