Өфөнөң Совет районынан 825 кубометр ҡар сығарылған

Өфөнөң Совет районынан 825 кубометр ҡар сығарылған https://bash.news/news/1362_fn_sovet_rajonynan_825_kubometr_ar_syarylan

Коммуналь хеҙмәттәр ҡалалағы ҡар һәм сүп-сарҙы сығарыу эшен даими алып бара. Совет районы биләмәһен тәртиптә тотоу иғтибар үҙәгенән һис ҡасан ситтә ҡалмай.

Өфөнөң Совет районынан 825 кубометр ҡар сығарылған
Өфөнөң Совет районынан 825 кубометр ҡар сығарылған

12 февралдә йөрөй торған юлдар, майҙандар, баҫҡыстарҙы таҙартыу, сүп-сар йыйыу буйынса механикалаштырылған һәм ҡул эше йәлеп ителгән саралар күрелгән. Мәҫәлән, Большая Гражданская, Ленин урамдары, Октябрь проспекты, туҡталыштар, тыҡрыҡтар, шулай уҡ парковкалар таҙартылған.

Йәйәүлеләр һуҡмаҡтарына, ихаталар тирәһенә ҡом-тоҙ ҡатышмаһы һибелгән. Дөйөм әйткәндә, райондан 825 кубометр ҡар сығарылған.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество