Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә

Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә https://bash.news/news/1393_radik_yulyashin_ene_portretyn_tshrg_konkurs_ilan_it
13 фев 2018, 15:00

Дуҫтар! Шәп яңылыҡ! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин, ул да булһа Elvin Grey, көйәрмәндәре өсөн конкурс иғлан итә!

Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә
Радик Юлъяҡшин үҙенең портретын төшөрөүгә конкурс иғлан итә

Халыҡ һөйөүен яулаған популяр йәш йырсы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙенең төркөмөндә үҙенсәлекле конкурсҡа старт бирҙе. Йырсының иң оригиналь портрет эскизын төшөрөүсене билдәләү – төп маҡсат. Еңеүсенең рәсеме иһә футболка түрен биҙәйәсәк.

Конкурста ҡатнашырға теләгәндәр үҙҙәренең эшен elvingrey_shop@mail.ru электрон почта адресына 28 февралгә тиклем ебәрергә тейеш. Март башында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Еңеүсе үҙенең эскизы төшөрөлгән футболка менән бүләкләнәсәк.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна