Тулала башҡорт балынан перәниктәр сығара башлаясаҡтар

Тулала башҡорт балынан перәниктәр сығара башлаясаҡтар https://bash.news/news/1448_tulala_bashort_bally_perniktr_syara_bashlayasatar
14 фев 2018, 10:49

“Баллы традициялар” Тула кондитер фабрикаһы башҡорт балынан перәниктәр етештерә башлаясаҡ.

Тулала башҡорт балынан перәниктәр сығара башлаясаҡтар
Тулала башҡорт балынан перәниктәр сығара башлаясаҡтар

Уҙған аҙнала компания Мәскәүҙә үткән “Продэкспо” күргәҙмәһендә яңы продукцияның өлгөләре менән таныштырып, потенциаль һатып алыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу яулай барыуын билдәләп үтте. Перәниктең беренсе тоннаһы магазин кәштәләрендә март урталарында урын аласаҡ, тип хәбәр итә предприятие директорының тәьмин итеү, һатыу буйынса урынбаҫары Ольга Петрова: “Ҡапта башҡорт балына баҫым яһаласаҡ, продукцияның атамаһы күптән килешелгән – “Башҡорт балынан тула перәниге”. Башҡорт милли кейемендә бал ҡорто һүрәтләнәсәк. Беҙ уға Динә тип исем дә ҡуштыҡ”.

Бөгөн көндитер фабрикаһы республиканан сеймал менән тәьмин итеүсене һайлай. Атап әйткәндә, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшереү үҙәге менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Үҙенең продуктын башҡорт балы тип атарға патенты булған етештереүсе генә тәҡдим итә ала.

“Башҡорт балы” менән “Тула перәниге” брендтарының берләшеү перспективаһы хаҡында “Башҡортостан продукты” проекты нигеҙендә ғинуарҙа фекер алышыуҙар уҙғайны инде.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна