2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән

2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән https://bash.news/news/1485_2017_jylda_bashortostanda_tyuym_artyuy_m_lem_kimle_tbnjee_
14 фев 2018, 15:54

Дөйөм алғанда, үлем 4%-ҡа түбәнәйгән. Уҙған йылда уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәшкә еткән. Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнде.

2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән
2017 йылда Башҡортостанда тыуым һәм үлем кимәле түбәнәйеүе күҙәтелгән

Һуңғы 5 йылда аборттар һаны 26%-ҡа кәмегән. Үткән йыл мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса 1 500 ЭКО процедураһы эшләнгән. Фельдшер-акушер пункттары төҙөү өсөн ҡаҙнанан 80 миллион һум аҡса бүленгән. Йыл аҙағында дүрт төбәктә һәм күптән түгел Бөрө, Балтас райондарында модулле ФАП-тар файҙаланыуға тапшырылған.

Республикала 3 кешегә йөрәк, шунса уҡ кешегә бауыр һәм 40-ҡа яҡын бөйөр күсереп ултыртылған.

Телемедицина ярҙамында үҙәк район дауаханалары менән бәйләнеш яйға һалынып, төрлө кимәлдәге белгестәрҙең консультациялары ойошторола. Шулай уҡ уҙған йыл поликлиникаларҙа “Асыҡ регистратура” проектына старт бирелде.

Дөйөмләштереп әйткәндә, 2017 йылда Рәсәйҙә медицина ойошмалары хеҙмәттәрен бойондороҡһоҙ баһалау буйынса 85 субъект араһында Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау беренсе урын алған.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд