Башҡортостанда Мәләүез районы башлығы тәғәйенләнде

Башҡортостанда Мәләүез районы башлығы тәғәйенләнде https://bash.news/news/1554_bashortostanda_mlez_rajony_bashlyy_tjenlnde
15 фев 2018, 11:52

Республиканың Мәләүез районы Хакимиәтенә яңы башлыҡ тәғәйенләнде. Юғары вазифаны Рөстәм Шәмсетдинов биләне.

Башҡортостанда Мәләүез районы башлығы тәғәйенләнде
Башҡортостанда Мәләүез районы башлығы тәғәйенләнде

Мәләүез районындағы вакантлы урын алдағы етәксенең контракт срогы уҙыу менән 15 ғинуарҙа уҡ бушай. Шәмсетдинов конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алына, ә һуңғы ҡарарҙы Муниципаль депутаттар советында ҡабул итәләр.

Район хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Шәмсетдиновтан башҡа тағы ла “Һыу каналы” ойошмаһынан Михаил Королев һәм райондың “Йылылыҡ селтәре” етәксеһе Илшат Сәлишев дәғүә итә. Яуаплы урынға тәғәйенләнер алдынан Шәмсетдинов район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы посын биләй.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа