Башҡортостанда предуниверсарийҙар селтәрен булдырасаҡтар

Башҡортостанда предуниверсарийҙар селтәрен булдырасаҡтар https://bash.news/news/1556_bashortostanda_preduniversarijar_seltren_buldyrasatar
15 фев 2018, 12:22

Башҡортостанда предуниверсарийҙар – вуз янындағы һәләтле балаларға тәғәйенләнгән махсус мәктәптәр – селтәрен булдырасаҡтар. Был турала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы коллегияһы ултырышында хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда предуниверсарийҙар селтәрен булдырасаҡтар
Башҡортостанда предуниверсарийҙар селтәрен булдырасаҡтар

Өлгө нигеҙендә итеп Өфө дәүләт нефть-техник университеты янындағы 153 лицейҙың эш тәжрибәһе алынасаҡ. Белем усағында, мәҫәлән, лекция һәм семинарҙарҙы доцент-профессорҙар алып бара.

Бынан тыш, райондарҙа муниципаль-ара ресурс үҙәктәре булдырырға кәрәк, тинеләр коллегияла. Был үҙәктәрҙә ябай мәктәп программаһы буйынса ғына уҡытып ҡалмай, ә төрлө яҡлап тәрәнерәк белем биреп, балаларҙы Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләйәсәктәр.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа