«Өфө» футбол клубы Румыния йәштәр йыйылмаһының һаҡсыһы менән контракт төҙөнө

«Өфө» футбол клубы Румыния йәштәр йыйылмаһының һаҡсыһы менән контракт төҙөнө https://bash.news/news/1623_f_futbol_kluby_rumyniya_jshtr_jyjylmayny_asyy_menn_kontrak
16 фев 2018, 09:51

Көн элгәре «Өфө» һәм Бухарест ҡалаһының «Динамо» футбол клубтары Ионуц Неделчару трансферы хаҡында килештеләр. 21 йәшлек һаҡсы менән контракт 3,5 йылға төҙөлдө.

«Өфө» футбол клубы Румыния йәштәр йыйылмаһының һаҡсыһы менән контракт төҙөнө
«Өфө» футбол клубы Румыния йәштәр йыйылмаһының һаҡсыһы менән контракт төҙөнө

Быға тиклем уйынсы «Динамо» клубының тәрбиәләнеүсе булды. Өфө командаһының яңы ағзаһы 100 матчтан ашыу, шул иҫәптән ил йыйылмаһында 14 уйындарҙа ҡатнашып та өлгөргән.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: республиканың баш ҡала футбол клубы яңы уйынсы менән контрактҡа ҡул ҡуйыуҙы беренсе тапҡыр «Instagram» селтәрендә тура эфирҙа алып барҙы.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна