«Халыҡ контроле» активистары сираттағы рейдҡа сыҡты

«Халыҡ контроле» активистары сираттағы рейдҡа сыҡты https://bash.news/news/1634_xaly_kontrole_aktivistary_sirattay_rejda_syty
15 фев 2018, 21:47

Был юлы Затон биҫтәһендә урынлашҡан кафе һәм сауҙа нөктәләре эшмәкәрлеге тикшерелде.

Етешһеҙлектәр шунда уҡ күҙгә салына. Мәҫәлән, күмәртәләп һатыу баҙарында урынлашҡан кафела санитар нормалар иңҡар ителә. Кафе хужаһы яҡын арала етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙәләне. Ә инде ике кафеның хеҙмәткәрҙәре һорау бирә башлау менән эш бүлмәләренә инеп юғалды.

Артабан баҙарҙа һатылған емеш-еләк, йәшелсәләрҙе һаҡлау шарттары тикшерелде. Бер ыңғай хеҙмәткәрҙәрҙең санитар кенәгәләре һәм эшмәкәрлеккә рөхсәт документтары ҡаралды. Әйткәндәй, был йәһәттән тәртип юҡ тип әйтеп булмай. Әммә һатып алыусыларҙың баҙарҙағы сауҙа нөктәләре эшмәкәрлегенә дәғүәһе бар.

Контролерҙар иҫкәртеүҙәрҙе яҙып алды. Улар яуаплы учреждениеларға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ граждандар мөрәжәғәте буйынса активистар Затон биҫтәһенең 9-сы ҡала поликлиникаһында ла булды. Урындағы халыҡ белдереүенсә, бында һәр ваҡыт сират, кадрҙар етешмәй. Дауахананың баш табибы Марсель Зарипов һуңғы ризаһыҙлыҡ менән килеште, һәм был һорауҙың хәл ителәсәге, яҡын арала яңы белгестәрҙең эш башлауы хаҡында әйтте. Әйткәндәй, оҙаҡламай поликлиниканың яңы корпусы ла файҙаланыуға тапшырыласаҡ икән. Был халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын күпкә яҡшыртыр тип ышандыра баш табип.

Дөйөм алғанда, рейд һөҙөмтәле үтте тип әйтергә мөмкин. Киләһе рейд 19 февралдә Ғафури районында була.

Автор: Гөлдәриә Йосопова

«Халыҡ контроле» активистары сираттағы рейдҡа сыҡты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна