Башҡортостанда «Тыуған төйәктең мәҙәниәте» тигән федераль проект тормошҡа ашырыла башлай

Башҡортостанда «Тыуған төйәктең мәҙәниәте» тигән федераль проект тормошҡа ашырыла башлай https://bash.news/news/1636_bashortostanda_tyuan_tjkte_mnite_tign_federal_proekt_tormo
15 фев 2018, 21:47

Был турала бөгөн мәҙәниәт министрлығының йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында белдерелде.

2017 йыл республиканың мәҙәни тормошо донъя, ил, республика кимәлендәге сағыу мәҙәни саралар менән тарихта ҡалған. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу мәҙәни акция тормошҡа ашырыла, улар араһында халыҡҡа киң билдәле «Евразия йөрәге», «Туғанлыҡ», «Берҙәмлек», «Дуҫлыҡ моңо» һәм башҡа фестивалдәрҙе атап үтергә мөмкин. Шулай ҙа быйылғы йылдың төп ҡаҙанышы уңайлы мәҙәни мөхит булдырылыуы. Республикала ике дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ Кино фондынан залдарҙы яңыртыуға 54 милллион һум аҡса бүленгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының проекты сиктәрендә мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға 88 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бындай юғары сумма Рәсәйҙең бер нисә төбәгенә генә бүленә. Коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, быйыл да ошондай уҡ сумма һалынырға тейеш. Былтыр тормошҡа ашырылған өс йүнәлеш быйыл берләштерелгән, хәҙер федераль проект «Тыуған төйәктең мәҙәниәте» тип атала. Үҙгәрештәр ҙә бар, былтыр аҡса өс тиҫтәнән ашыу мәҙәниәт усағына тотонолһа, быйыл әҙерәк. Уның ҡарауы, аҡса күберәк эләгәсәк.

Мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу буйынса ла эш алып бара. Бөгөнгө коллегия сиктәрендә лә район-ҡалаларҙың мәҙәниәт бүлеге етәкселәре өсөн семинар ойошторолған. Грант системаһы ныҡлы үҫеш ала. Ижади проекттар дәүләт ярҙамын ала. Былтыр был сумма 113 миллион һум тирәһе булған. Башҡортостан Башлығы грантынан тыш федераль аҡсалар ҙа йәлеп ителә. Мәҫәлән, Ауырғазылар Тимченко исемендәге хәйриә фондының 500 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булған.

Автор: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Башҡортостанда «Тыуған төйәктең мәҙәниәте» тигән федераль проект тормошҡа ашырыла башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество