Бөгөн Өфөлә «Халҡым тарихында минең шәжәрәм» тип аталған республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфөлә «Халҡым тарихында минең шәжәрәм» тип аталған республика конкурсына йомғаҡ яһалды https://bash.news/news/1648_bgn_fl_xalym_tarixynda_mine_shzhrm_tip_atalan_respublika_k
15 фев 2018, 18:47

Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы ойошторған сараның маҡсаты йәштәрҙә тыуған ил тарихына , үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Конкурсҡа республика төбәктәрендә йәшәүселәрҙән 130 шәжәрә ҡабул ителгән. Улар бөтәһе лә үҙенсәлекле, ижади ҡараш буйынса төҙөлгән. Дүртөйлөнән Резеда Шәрәфетдинованың ике метр оҙонлоғондағы ҡағыҙға эшләнгән нәҫел ағасы тураһындағы эше иң яҡшыһы тип табылды.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Бөгөн Өфөлә «Халҡым тарихында минең шәжәрәм» тип аталған республика конкурсына йомғаҡ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество