«Башҡортостанда етештерелгән»

«Башҡортостанда етештерелгән» https://bash.news/news/1658_bashortostanda_eteshterelgn
14 фев 2018, 22:47

Проект биш йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Халыҡҡа сифатлы продукция тәҡдим итеү, сауҙа әйләнешен арттырыу, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы эре һатыу селтәрҙәренә үткәреү һәм Рәсәй күләмендә лә билдәлелек яулау. Ошондай стратегиянан торған проектта 310 ашыу предприятие ҡатнаша. Максимовкала сыр етештереүсе эшҡыуарҙар ҙа үҙ тауарын ошо билдә менән һатыуға сығарырға теләй.

Дәүләтшиндарҙың сыр етештереү кәсебе ошо кәзәнән башлана. Заин тоҡомло һөт кәзәһен Велерий Дәүләтшин Ленинград өлкәһенән алып ҡайтҡан. Бер-нисә йыл эсендә малдар һанын ишәйтеп, 100-гә еткергән. Кәзәләр яҡшы шарттарҙа аҫрала, витаминға бай аҙыҡ менән туҡлана. Уларҙың һаулығына һәм һөт сифатына айырым иғтибар бүленә. «Кәзә - ярлылар малы» тигән фекер менән дә килешмәй йүнселдәр.

Әлегә тиклем кәзә һөтөнән етештерелгән сырҙы ресторандар күпләп һатып алған. Шулай уҡ айырым клиенттарҙа ла тауар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Дәүләтшиндар ҙа үҙҙәренең тауарын һатыуға «Башҡортостанда етештерелгән» тигән марка аҫтында сығарырға ниәтләй. Уның өсөн ризыҡтың сифаты һәм ассортименты талаптарға яуап бирә. Ғаилә өсөн был кәсепкә тотоноу яңылыҡ түгел, нәҫелдәрендә һөт продукцияһы менән эшләүселәр элек тә булған.

Еләк-емеш, һуттар, макарон изделиелары һәм сыр етештереүҙән Дәүләтшиндар һуңғы өлкәне һайлап яңылышмаған. Ғаилә бизнесына тотоноусылар сыр етештереү нескәлектәренә Италия, Германия һәм Голландия оҫталарынан өйрәнгән.

Дәүләтшиндар 40-тан ашыу сыр төрөн етештерә. Минең ҡулымда кесерткәнгә төрөлгән качотти сыры. Кесерткән сырға әскелтем тәм бирә. Кәзә һөтөнән сыр етештереү Дәүләтшиндарҙың ғаилә бизнесы. Сыр етештереү ҡорамалдары махсус заказ буйынса словениянан ҡайтарылған.

Максимовка ауылында сыр етештереүсе эшҡыуарҙар үҙ тауарының сифаты өсөн яуап бирә. «Башҡортостанда етештерелгән» исем аҫтына берләшеүселәргә иһә сувенир продукцияһы менән еңел сәнәғәт тауарҙарын етештереүселәр ҙә ҡушылған. Улар өсөн иң мөһиме конкуренция шарттарында үтемле һәм сифатлы тауар йөҙөн һаҡлап ҡалыу.

«Башҡортостанда етештерелгән» тауарҙар проектында 307 дипломант ҡатнаша. Яҡын арала Дәүләтшиндар ҙа үҙҙәренең сырҙарын ошо билдә менән һатырға ниәтләй. Үҙебеҙҙә етештерелгән 5765 төрлө продукция халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Супемаркеттарҙа һәм ҡайһы бер эре сауҙа үҙәктәрендә бындай тауарҙар өсөн махсус кәштәләр һәм мөйөштәр булдырылған. Быйыл аҙыҡ-түлек етештереүсе 78 предприятиены әлеге проектҡа йәлеп итеү, автолавкалар ярҙамында башҡа төбәктәргә лә таратыу күҙаллана.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

«Башҡортостанда етештерелгән»

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество