Сочиҙа үткән Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан вәкилдәре яҡын арала республикала яңы предприятиелар төҙөүгә бәйле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

Сочиҙа үткән Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан вәкилдәре яҡын арала республикала яңы предприятиелар төҙөүгә бәйле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы https://bash.news/news/1682_sochia_tkn_rsj_investiciya_forumynda_bashortostan_vkildre_
16 фев 2018, 16:32

Килешеүҙәрҙең береһе Благовещен ҡалаһында тракторҙар етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙаллай. Яңы предприятиены Ҡытай инвесторҙары төҙөйәсәк. Проект хаҡы 6 миллиард һум.

Тулы цикллы производство меңдән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк. Тәүге партия тракторҙарҙы быйыл уҡ етештереү планлаштырыла. Ә өс йылдан завод йылына 20 мең берәмек техника эшләй аласаҡ. Һатыу баҙары Рәсәй менән генә сикләнмәй - тракторҙар Азия илдәренә лә оҙатыласаҡ.

Вань Лунь, «Чжифан» инвестор компанияһы вәкиле: «Беҙ Башҡортостанға 6 миллиард һум инвестиция йүнәлтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Башлыса инвестициялар 100 ат көсөнә эйә тракторҙар етештереүгә йүнәлтелгән. Йылына 20 меңдән ашыу трактор сығарасаҡ завод Благовещенда төҙөләсәк. Ваҡыты менән башҡорт тракторы ҙур танылыу яулар, тип уйлайым».

Шуны ла әйтеү мөһим - Сочи форумының абруйы йылдан-йыл арта. Сит ил компанияларнына тыш, форум майҙансыҡтарында төбәктәр менән дә эшлекле бәйләнештәр нығытыла. Форумдың тәүге көнөндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Владимир өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Сочиҙа үткән Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан вәкилдәре яҡын арала республикала яңы предприятиелар төҙөүгә бәйле килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа