Башҡортостанда биш меңдән ашыу мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы урынлашҡан

Башҡортостанда биш меңдән ашыу мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы урынлашҡан https://bash.news/news/1685_bashortostanda_bish_medn_ashyu_mni_mira_omartyy_urynlashan
14 фев 2018, 23:47

Архитектура яғынан бай тарихи объекттарҙы һаҡлап ҡалыу - төп бурыстарҙың береһе. Өфө үҙәгендә генә 19-20 быуаттарҙа төҙөлгән биш йөҙләп йорт һәм башҡа төр бина иҫәпләнә, бөгөн уларҙың бер нисәүһе тергеҙелә. Шулай уҡ «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр» объектын өйрәнеү, һаҡлау, популярлаштырыу һәм уны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса ла әүҙем эштәр алып барыла.

Баш ҡаланың Свердлов урамында урынлашҡан ике ҡатлы был мөһабәт йорт бөгөнгәсә үҙенең архитектура байлығын юғалтмаған. Иң мөһиме бинаны тергеҙеү өҫтөндә етди эш алып барыла. Элек бында паспорт өҫтәле, шулай уҡ балалар баҡсаһы ла булған. Билдәле булыуынса, уҙған быуатта өй хужаһы Андрей Паршин мануфактура, тундар менән һатыу итеп килем алған. Ҙур Себер ҡунаҡханаһын төҙөгән. Һуңынан ул Офицерҙар йорто тип үҙгәртелә. Тарихи объектҡа килгәндә, әлегә унда капиталь ремонт эштәре бара. Төҙөүселәр таяу стеналарҙы нығытыу менән мәшғүл.

Сауҙагәр Андрей Паршиндың йортонда киләсәктә төрлө офистар буласаҡ, иң мөһиме - тышҡы яҡтан ул үҙенең бар матурлығын һаҡлап ҡаласаҡ.

Свердлов урамы Октябрь революцияһына тиклем Кесе Ҡазан исемен йөрөткән. 19-20-се быуаттарҙа бында бихисап эшҡыуар һәм сауҙагәр йәшәгән. Әлеге ваҡытта тарихи объекттар тергеҙелә. Әйтәйек, ағалы-ҡустылы Соловьевтарҙың йортонда былтыр яҙ ремонт эштәре башланған.

Совет осоронда был биналарға төрлө төкәтмәләр төҙөлә, шунлыҡтан ике өйҙөң дә тәү йөҙө юғала. Ағас йорттарҙы тергеҙеү ҡалаға йәм өҫтәр тип көтөлә. Әйткәндәй, бында тәҙрәләрҙең семәрләп биҙәлешенә күсермә яһап, иҫкеләрен яңыртыу ҡаралған. Шулай уҡ уҙған йыл инвесторҙар ярҙамында Ленин урамында урынлашҡан Бушмариндарҙы йорто ла тергеҙелгәйне. Дөйөм алғанда, Өфө үҙәгендә ошондай тарихи биналарҙың һаны ярты мең тирәһе. Ә Башҡортостан буйынса мәҙәни мираҫ объекттары 5600-ән ашыу. Уларҙың күбеһе Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларына ҡарай. «Өфө - 2 ҡаласағы» ла айырым иғтибарға лайыҡ. Былтыр унда ҡаҙыныу эштәре барышында IV-V быуаттарға ҡараған ҡул тирмәне табылған. Беҙҙең эра тарихи ҡомартҡыһы тиҫтәләрсә быуат ер аҫтында шул килеш һаҡланыуы менән үҙенсәлекле.Археологтар билдәләүенсә, ҡаласыҡты мәҙәни ҡатламы дүрт метрға етә.

Бөгөн Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ойошторған кәңәшмә сиктәрендә буласаҡ тарихи-музейҙың проектын күрһәттеләр, уға ярашлы, ҡаласыҡты археологик тәҙрәләр төҙөү планлаштырылған. Был ер аҫтында ятҡан ҡомартҡының емерелмәй һаҡланыуына булышлыҡ итер тип көтөлә.

«Башҡорт Уралы» объектын Юнесконың Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса ла эштәр әүҙем алып барыла. Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендә хәүефһеҙлек системалары урынлаштырылған, экскурсия майҙансыҡтары яңыртылған. Тарихи-мәҙәни комплекс төҙөү буйынса проект документацияһы ла әҙерләнгән.

Әйткәндәй, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни комплексын булдырыу буйынса төп төҙөлөш-монтажлау эштәре 2018-2019 йылдарға планлаштырылған. Йәғни был объект республика ойошторолоуға йөҙ йыл тулыуға ҙур бүләк буласаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Башҡортостанда биш меңдән ашыу мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы урынлашҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа