Донъя яңылыҡтары - 14.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 14.02.2018 https://bash.news/news/1690_donya_yaylytary__14022018
14 фев 2018, 21:45

Рәсәй төҙөлөш министрлығы 2018 йылда сафҡа индереләсәк проблемалы өлөшләтә төҙөлөш объекттары исемлеген тулыландырҙы. Ведомство етәксеһе Михаил Мень белдереүенсә, быйыл 360 йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Быға тиклемге планға ни бары 180 обьект индерелгәйне. Рәсәйҙә өлөшләтә төҙөлөш килешеүҙәре буйынса 836 торлаҡ комплексында эш туҡтап ҡалған, уларҙың 774-ен сафҡа индереү бурысы ҡуйылған. Ҡалғандары буйынса компенсация түләү мөмкинлектәре ҡарала.

ХХХ

Рәсәйҙең Артика уртрауҙарында көстәрен нығытыу буйынса етди планы бар. Был турала Төньяҡ флот командующийы, адмирал Николай Евменов белдерҙе. 2018 йылға Яңы ер архипелагына комплекслы экспедиция ойоштороу күҙаллана. Төп бурыс Рәсәйҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында был тирәләге утрауҙарҙы үҙләштереү.

ХХХ

Сәғүд Ғәрәбстаны 10 йыл эсендә газ сығарыуҙы ике тапҡырға арттырырға иҫәп тота. Был турала илдең энергетика министры Хәлит әл Фәлих белдерҙе. Әле ғәрәптәр йылына 110 миллиард метр куб зәңгәр яғыулыҡ тотона. Энергетика өлкәһендә Рәсәй менән дә хеҙмәттәшлек юлдары билдәләнгән. Сәғүд Ғәрәбстанының газ ятҡылыҡтары 84 триллион кубометр самаһы.

ХХХ

Ҡушма Штаттарҙың Мэриленд штаты милли именлек агетлығы штаб-фатиры янында ғәҙәттән тыш хәл. Билдәһеҙ әҙәм хеҙмәткәрҙәргә ут асҡан. Һөҙөмтәлә өс кеше яраланған тип хәбәр итә Рейтер агентлығы. Ҡорал ҡулланыусыны зарарһыҙландырыу буйынса махсус операция барышында полицияға транспорт хәрәкәтен туҡтатып торорға тура килгән. Быға бәйле ҡалала ҙур тығындар хасил булған.

ХХХ

Британияның төп һауа ҡапҡаһы-Хитроу аэропортында осош һыҙаты янында ике автомобиль бәрелеште. Уларға идара итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр ителә. 5 терминал эргәһендә теркәлгән ҡаза һөҙөмтәһендә аэропорт эшмәкәрлегендә лә ҡыйынлыҡтар күҙәтелде. 20-ләп самолеттың осошо тотҡарланды, сират барлыҡҡа килде.

Донъя яңылыҡтары - 14.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа