Ғөрөф-ғәҙәт, рухиәт - халҡымдан изге бүләк

Ғөрөф-ғәҙәт, рухиәт - халҡымдан изге бүләк https://bash.news/news/1695_rft_ruxit__xalymdan_izge_blk
14 фев 2018, 22:42

Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһында Ғаилә йылына арнап уҙғарылған сара шулай тип аталды. Байрамды китапхананың «Илһам шишмәләре» ижади түңәрәге ағзалары ойошторҙо.

Рәзилә Ҡотлогилдина етәкселек иткән «Сайран» фольклор ансамбле ағзалары тамашасыларға ҡот ҡойоу йолаһын күрһәтә. Төбәктең иң уңған ҡатын-ҡыҙҙарын осраштырған байрамдың маҡсаты ла ғаилә ҡотон тәшкил иткән ҡиммәттәрҙе барлау ине.

Бар булмышы, балаларына һәм яҡындарына мөнәсәбәте, уңғанлығы һәм оҫталығы менән дан тотҡан хужабикәләр һәр төбәктең ғорурлығы. Һәргәй ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Зәлифә Арыҫланова тап шундай гүзәл заттарҙың береһе. Бер нисә йыл инде Зәлифә үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусы ҡыҙҙарына сәхнә кейемдәрен үҙе тегә. Әсәй кеше лә, ҡыҙҙары ла бер-береһендә зауыҡ тәрбиәләй.

Ғаилә йылына арналған байрамды төбәктең ҡул оҫталарының сағыу күргәҙмәһе, милли аштары биҙәне. Күҙ яуын алырлыҡ ҡорамалар, рәсемдәр, ҡурсаҡтар һәм бәйләм эштәре. Уларҙың һәр береһенең тәғәйенләнеше тураһында хужабикәләр сәғәттәр буйына һөйләй ала.

Стенд - ап. Күргәҙмәләге панноларҙың береһе «Ваҡыт ҡуласаһы» тип атала. Гөлнара Игебаеваның ижад емеше 200 киҫәктән ашыу ҡораманан йыйылған. Оҫта үҙе әйтеүенсә, сағыу панно һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Оҙаҡ ҡарап ултырғанда ул кәйефте күтәрә, күҙҙәрҙе дауалай.

«Башҡорт шәле 2017» республика фестиваль-конкурсында Гран-при яулаусы Гөлсимә Иҫәнғолова ла китапханала эшләп килгән «Илһам шишмәләре» түңәрәгенең әүҙем ағзаһы. Күптән түгел уңған ханым башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәрен дә эшләй башлаған. Хәҙер ул үҙе лә китапханала урындағы гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.

Халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙар быуындар бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерә. Республиканың һәр төбәгендә кеүек үк, Мәләүез ерендә лә Ғаилә йылына арналған саралар йыл буйы дауам итәсәк.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Ғөрөф-ғәҙәт, рухиәт - халҡымдан изге бүләк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа