«Тамыр» балалар телеканалында яңы проект старт ала

«Тамыр» балалар телеканалында яңы проект старт ала https://bash.news/news/1697_tamyr_balalar_telekanalynda_yay_proekt_start_ala
14 фев 2018, 18:49

«Ҡош юлы. Балалар» тип исемләнгән конкурста гитарала уйнап йырлаусы малай-ҡыҙҙар көс һынаша. Күптән түгел тапшырыуҙың тәүге сығарылышы эфирға төшөрөлгән.

«Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте менән берлектә ойошторолған телевизион бәйгелә республиканың төрлө төбәктәренән 20-ләп үҫмер ҡатнашырға теләк белдергән. Тәүге турға 16 бала үткән. Күптәре ҙур ТВ буйынса тәү тапҡыр сығыш яһай. Финал май аҙағы - июнь башында үтә. Улар унда тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә гитарала уйнап йырлаясаҡ.

Конкурс шарттарына ярашлы, һәр йәш музыкант остаздар алдында бер йыр башҡарырға тейеш. Йыр тамамланыу менән конкурсантты үҙенә алырға тигән теләгән йондоҙ ҡул күтәрә. Әгәр остаздарҙың һаны берәүҙән артыҡ булһа, дәғүәселәр шыбаға тотоша. Кем өҫкө сыға, йәш гитарасы шуның йондоҙлоғона эләгә.

Проектта 7 йондоҙ үҙенә уҡыусы һайлай. Улар барыһы ла «Ҡош юлы» бард-башҡарыусылар конкурсы еңеүселәре. Артур Кәбиров, Миңзәлә Яхина, Ренат Абдулов, Альбина Шәмсетдинова, Тимур Йосопов, Ришат Сөләймәнов һәм Тимур Ямаловтарҙың исеме күптәребеҙгә таныш.

Конкурсҡа теләктәшлек күрһәтеүселәр күп, ти ойоштороусылар. «Самрау» ижадханаһы бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә футболкалар әҙерләгән. Фоторәссам Эдуард Дилмөхәмәтов профессионал фотосессия ойошторған. Бынан тыш, йәш йырсылар менән «Йәншишмә» гәзите менән «Аманат» журналдары таныштырып барасаҡ.

«Ҡош юлы. Балалар» конкурсының тәүге сығарылышы 2 март «Тамыр» телеканалының тыуған көнөндә эфирға сыға. Һәр ҡатнашыусыға уңыштар теләйек! Әлегә «Ҡош юлы. Балалар» бөтә илдә балалар өсөн ойошторолған берҙән-бер бард йыры бәйгеһе.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

«Тамыр» балалар телеканалында яңы проект старт ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество