Башҡортостанға 69 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителәсәк

Башҡортостанға 69 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителәсәк https://bash.news/news/35113_bashortostana_69_milliard_umly_investiciyalar_jlep_itelsk
16 фев 2018, 23:47

Был Сочи ҡалаһында үткән инвестиция форумында төҙөлгән килешеүҙәрҙең дөйөм күләме. Республика етәкселеге йыйында бихисап эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе.

Етмеш миллиард һумға яҡын инвестициялар менән бик һирәк төбәктәр генә маҡтана ала. Әйткәндәй, уның 6 миллиард һум тирәһе яҡын арала үҙләштереләсәк. Ҡалған сумма киләһе йылдарға иҫәпләнгән. Былтыр Сочиҙа үткән форумда башҡортостан 80 миллиард һам аҡса йәлеп иткәйне. Уның шаҡтай ҙур өлөшө баш ҡаланың көнсығышына сығыу юлын төҙөүгә тәғәйенләнгән. Быйыл иһә инвестициялар район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыласаҡ күләмле проекттарға иҫәпләнгән.

Форумда Бәләбәй йылдам үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты ла билдәләнде. Моно ҡалала нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереүсе компания барлыҡҡа киләсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға 450 миллион һум инвестиция йәлеп ителә.

Форумда эшлекле һәм ваҡиғалы туризм үҫеше лә өйрәнелде. Яҡшы эшмәкәрлек өлгөһө итеп Башҡортостан билдәләнде. Белгестәр әйтеүенсә, туризмдың был тармағы төбәктәр ҡаҙнаһына ҙур табыш килтерә.

Авторы: Айнур Кәбиров

Башҡортостанға 69 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд