Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, билдәле Рәсәй йөҙөүсеһе Александр Попов 2018 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарының йөҙө тип һайланды

Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, билдәле Рәсәй йөҙөүсеһе Александр Попов 2018 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарының йөҙө тип һайланды https://bash.news/news/35114_drt_tapyr_olimpiya_chempiony_bildle_rsj_jsee_aleksandr_po
16 фев 2018, 22:47

Был турала спортсы Сочи ҡалаһында дауам иткән инвестиция форумында, беҙҙең телеканалға интервьюһында белдерҙе. Спортсы әйтеүенсә, был килешеүгә Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында килешелгән.

Александр Попов, йөҙөү буйынса дүрт тапҡыр олимпия чемпионы: «Башҡортостан етәкселеге менән берлектә бер нисә йөҙөү бассейнын төҙөү һөм төҙөлөштө тамамлау буйынса эш башҡарыла. Рәсәйҙә бындай проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуына ҡуш ҡуллап ризамын. Һис һүҙһеҙ был уйындарға сит ил белгестәре һәм спортсыларын йәлеп итәсәкбеҙ. Маҡсатыбыҙ ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтеү. Белемем, оҫталығым һәм хатта йөҙөмдө файҙаланырға ла әҙермен. Мин риза».

Бөтә донъя балалар уйындары уҙғарыу ҡарары былтыр ойоштороу комитеты тарафынан раҫланды. Шула итеп халыҡ-ара балалар уйындарының һуңғы 50 йыллыҡ тарихында баш ҡалабыҙ бер юлы йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙы үткәреүсе берҙән-бер ҡала булып ҡала.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, билдәле Рәсәй йөҙөүсеһе Александр Попов 2018 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарының йөҙө тип һайланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд