Донъя яңылыҡтары - 16.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 16.02.2018 https://bash.news/news/35117_donya_yaylytary__16022018/?lang=bash
16 фев 2018, 20:15

Дәүләт Думаһы минималь эш хаҡы күләмен арттырыу тураһындағы закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы минималь эш хаҡы быйыл 1-се майҙан уҡ күтәреләсәк. Сумма мең ярым һумдан ашыуға артып 11 мең 163 һум тәшкил итәсәк. Минималь эш хаҡы күрһәткесе байтаҡ социаль түләүҙәрҙе иҫәпләүгә йоғонто яһай.

ХХХ

Рәсәй 36 миллион тоннанан ашыу иген экспортлаясаҡ. Был һандар һуңғы 25 йылда тотош донъяла теркәлгән иң юғары күрһәткес. Бындай юғары уңышҡа 90-сы йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттары ғына өлгәшкәйне. Рәсәй ашлыҡ муллығы буйынса тарихта тәүге тапҡыр советтар союзын уҙып китте.

ХХХ

Автомобилде техник күҙәтеү нормаларына үҙгәреш индерелде. Хәҙер рүлде көсәйтеүсе һәм тәҙрә таҙартыусы ҡорамалдары булмаған автомобилдә юл йөрөү тыйыла. Бынан тыш яҡтылыҡты көсәйтеүсе, йә үҙгәртеүсе деталдәр ҡулланырға ярамай. Юл аптечкаһының булыуы ла мотлаҡ.

ХХХ

Пхенчхан ҡалаһында барған ҡышҡы Олимпия уйындарының етенсе көнө һөҙөмтәләренә ярашлы, рәсми булмаған миҙалдар зачеты буйынса Рәсәй командаһы 15-се урында килә. Беҙҙең спортсылар әлегә 2 көмөш һәм 6 бронза миҙал яуланы. Беренсе урында Германия спортсылары, улар тәүге аҙнала уҡ 9 алтын миҙалға эйә булды. Бөгөн иһә беҙҙең хоккейсылар «Б» төркөмөнөң 2-се уйынында Словения командаһын ҡыйратты. Уйын 8-гә 2 иҫәбенә тамамланды.

Авторы: Фаягөл Дәүләтйәрова

Донъя яңылыҡтары - 16.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»