2017 йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте ҡулланыуҙан алынған йыйымдар 15 миллиард ярым һум тәшкил иткән

2017 йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте ҡулланыуҙан алынған йыйымдар 15 миллиард ярым һум тәшкил иткән https://bash.news/news/35118_2017_jyl_jomatary_bujynsa_dlt_m_municipal_mlktte_ullanyua
16 фев 2018, 22:21

Уларҙың яртыһы дәүләт һәм икенсе өлөшө муниципаль йыйымдарға тура килә. План 105 процентҡа үтәлгән. Әммә ер участкаларынан йыйымдар буйынса үҫеш үткән йылдар менән сағыштырмаса һүлпән.Республика Хөкүмәте вице-премьеры, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев белдереүенсә, был юҫыҡта мөмкинлектәр тулыһынса ҡулланылмай. Ер участкаларының һәм капиталь төҙөлөш объекттарының кадастр хаҡын билдәләү буйынса етди эш алып барыла, тип белдерҙе ведомство етәксеһе.

Евгений Гурьев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры: «Кадастр хаҡын кәметеү ысынлап та етди мәсьәлә. Ысынлап та ғәҙеллек талап ителгән осраҡта беҙ дәғүәләр менән килешәбеҙ, Росреестрға тапшырылған ғаризаларҙың 40 % махсус комиссия тарафынан ҡәнәғәтләндерелә. Әммә кадастр хаҡын күрәләтә кәметергә теләү осраҡтары ла етәрлек. Бындай осраҡта тейешле саралар күрелә».

Ер һәм мөлкәт министрлығы тарафынан бындай осраҡтарға ҡарата даими саралар күрелә. Капиталь төҙөлөш һәм ер участкалары объекттарына инвентаризация үткәрелә. Әле был эштәрҙең 73 проценты үтәлгән, 3 миллиондан ашыу объект иҫәпкә алынған. Муниципаль һәм дәүләт мөлкәтен ҡулланыуҙан йыйымдар 1 миллиард һумға етергә тейеш. 2017 йылдың дивидендтары объектив сәбәптәр арҡаһында бер ни тиклем кәмегән. Ҡайһы бер эре объекттарҙа күләмле инвестициялар тормошҡа ашырылыуын иҫәпкә алып, дивидендтарҙы был предприятиеларҙы үҫтереүгә йүнәлтергә ҡарар ителгән. Улар «Башнефть» һәм республика бюджетын тулыландырыусы дәүләт ҡатнашлығындағы башҡа акционер йәмғиәттәр иҫәбенә ҡапланасаҡ.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

2017 йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте ҡулланыуҙан алынған йыйымдар 15 миллиард ярым һум тәшкил иткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд