Белорет районы Әзекәй ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ауыл советы депутаты Мәрғүбә Хәлилованы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Белорет районы Әзекәй ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ауыл советы депутаты Мәрғүбә Хәлилованы хөрмәтләп иҫкә алдылар https://bash.news/news/35123_beloret_rajony_zekj_auylynda_bildle_jmt_eshmkre_auyl_sove
16 фев 2018, 19:59

Балалары,туғандары һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында хәтер һәм иҫкә алыу саралары Мәрғүбә мәсетендә үтте.

Белорет районы Әзекәй ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ауыл советы депутаты Мәрғүбә Хәлилованы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Белорет районы Әзекәй ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ауыл советы депутаты Мәрғүбә Хәлилованы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Әзекәйҙәр хөрмәтле ауылдаштары, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙы Мәрғүбә Хәлилова хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Вафатына 17 йыл ғүмер үтһә лә, яҡташтары, яҡындары уны әле лә юҡһына. Мәрғүбә Хәлилова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, суд заседателе һәм бер-нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты йөгөн дә тарта. Почта тарата, һатыусы булып эшләй.

Әзекәйҙәр тирә-яҡта элек-электән йүнсел һәм эшсән халыҡ булараҡ билдәле. Урмансылыҡ,малсылыҡтан тыш халыҡ йәшелсә-емеш, ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнгән. Ауылдаштары араһында айрыуса Мәрғүбә һәм Мөхәммәт Хәлиловтар ғаиләһе абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Мөхәммәт Хәлилов төҙөгән биналар бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Кешегә ипле, алдынғы,татыу ғаиләлә 5 бала тәрбиәләнгән. Бөгөн был тамырҙы 41 кеше берләштерә.

Хәлиловтарҙың биш балаһы ла кешеләргә игелектәр ҡылып йәшәй, үҙҙәре эшләгән өлкәлә яҡшы хеҙмәткәрҙәр булып таныла. Хәлиловтарҙың уртансы улы Рәшит тыуған ауылы менән рухи бәйләнеште өҙмәй, үҙ иҫәбенә ҡыҙыл кирбестән иман йорто һалдыра.

Үҙенә саҡырып тороусы мәсеткә юлаусылар ҙа йыш ҡына туҡтала. Намаҙ уҡый, илебеҙ именлеге өсөн доғалар ҡыла. Ауыл халҡы, тирә-яҡтың мосолман эшҡыуарҙары, ҡыҫҡаһы, күмәк көс ярҙамында иман йорто яңырыу кисергән. Нурлы, ҡотло бинала көн дә иртән аҙан яңғырай, олоһо-кесеһе иманға ҡайта.

Белорет районы Әзекәй ауылында мәсет 8 йыл дауамында төҙөлә. Иман йорто 2015 йылдың 11 октябрендә асыла. Халыҡ бер төптән был йортҡа ауылдың абруйлы ҡатын-ҡыҙы Мәрғүбә Хәлилова исемен бирергә ҡарар итә. Яңы йыл алдынан иман йорто йылылыҡ селтәренә тоташтырылған. Был йорт ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Концерт группы «Аргымак» 1 марта
Билеты на Rena Rnt Банер уфимская волна