Сәнәғәт предприятиелары алдында инновацион технологияларҙы индереү, яңы эш алымдарын үҙләштереү, уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бурысы тора

Сәнәғәт предприятиелары алдында инновацион технологияларҙы индереү, яңы эш алымдарын үҙләштереү, уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бурысы тора https://bash.news/news/35125_snt_predpriyatielary_aldynda_innovacion_texnologiyalary_i
13 фев 2018, 23:47

Был турала Рөстәм Хәмитов бөгөн Башҡортостан сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының коллегия ултырышында белдерҙе. Сәнәғәт комплексының эш һөҙөмтәләренә арналған сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте.

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында технопарк былтыр ғына асылған. Әле бында төрлө йәштәге 200-гә яҡын бала шөғөлләнә. Уҡыу йорто киләсәк белгестәрен биләүҙән әҙерләй тип әйтергә мөмкин.

Технопарк майҙаны бәләкәй бер заводты хәтерләтә, тик бында асыштарҙы ғалимдар йәки инженерҙар түгел, ә балалар яһай. Мәҫәлән, йөк ташыусы ошо роботты 12 йәшлек малай йыйған. Педагогтар әйтеүенсә, иң мөһиме маҡсатты билдәләп конструкцияны төҙөп алыу. Был робот инде кубиктарҙы төҫтәр буйынса айырып йыйыу һәләтенә эйә.

Зал тулыһынса кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Тик роботехника өсөн програмалар ҙа, материалдар ҙа ҡиммәтле, ябай ғына роботты йыйыу ҙа 3-4 меңгә төшә. Шуға күрә әҙер әйберҙәрҙең күбеһен һүтергә һәм деталдәрен киләһе ҡоролма өсөн ҡулланырға тура килә. Технопарк белгестәре киләсәктә эргә-тирәләге райондарҙы ла йәлеп итеп үҙәк асырға ниәтләй.

Уҡыу йортонда ғәмәлгә ашырылған тағы бер проект -электрон уйын мәктәбе. Йәғни, белем биреү системаһында компьютер технологияларын ҡулланыу буйынса эш алып барыла. Әммә химия, физика буйынса лаборатория эштәрен башҡарыу мөмкинлеге юҡ, махсус программа һәм ҡоролма талап ителә. Ә уның хаҡы 10 миллион һум тирәһе. Республика башлығы проектты хупланы, тик программаның кәрәклеген аныҡ миҫалдар ярҙамында иҫбатларға кәрәк. Эштең һөҙөмтәһе булмай икән бушҡа аҡса түгергә ярамай, тине Рөстәм Хәмитов.

Кадрҙар әҙерләү, уҡыу йорттары менән предприятиеларҙың хеҙмәттәшлеге темаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһында ла күтәрелде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ике яҡ араһында хеҙмәттәшлек буйынса эш һүлпән бара. Кадрҙар һеҙгә кәрәк, һөнәри уҡыу йорттарында 100 меңләп студент уҡый, бәйләнеш урынлаштырығыҙ, тине Республика башлығы. Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында сәнәғәт етештереүе индексы буйынса туғыҙынсы урынды биләй. Был күрһәткес уртаса Рәсәй кимәлендәгенән юғарыраҡ, 102,3 процент. Рөстәм Хәмтов белдереүенсә, яңы проекттар булмайынса етештереүсәнлек артмаясаҡ. Былтыр 11 ай эсендә республиканан экспортҡа оҙатылған сәнәғәт продукцияһы күләме ни бары 4 миллиард доллар тирәһе. Был һуңғы 5 йылдағы иң түбән күрһәткес.

Әлбиттә, заманса эшләгән предприятиелар ҙа бар. Мәҫәлән, «Инмаш» технопаркы бер ҡыйыҡ аҫтында 17 предприятиены берләштергән, ҡушылырға теләүсе яңы резиденттар өсөн дә урын етерлек. Әле 35 мең квадрат метр тирәһе майҙан буш тора.

Хужалар Республика башлығына бында йыйылған лифт өлгөләрен күрһәтте. Былтыр мең ярым тирәһе лифт сығарылған, тик был сик түгел, ҡеүәт 4 меңгә иҫәпләнгән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, төбәктә алмаштырыу талап ителгән иҫке лифттар етерлек, ихтыяж ҙур.

Заман предприятиелар алдына ҙур бурыстар ҡуя. Берҙән, әле оборона-сәнәғәт комплексының ҡеүәтен граждандар продукцияһы сығарыуҙа ла ҡулланыу бурысы тора. Ил башлығы 2030 йылға был күрһәткесте 50 процентҡа еткереү бурысын ҡуйҙы. Бөгөн Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, шулай уҡ деталдәр йыйыуҙан тулы етештереү циклына күсергә ваҡыт. Сығарылған продукция конкурентлыҡҡа һәләтле, баҙар шарттарында һорау менән файҙаланған булырға тейеш. Бының өсөн яңы эш алымдарын, инновацион технологияларҙы үҙләштереү мотлаҡ. Заман һәр бер өлкәлә лә туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, көндәлек тырышлыҡ талап итә.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Сәнәғәт предприятиелары алдында инновацион технологияларҙы индереү, яңы эш алымдарын үҙләштереү, уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бурысы тора

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество