Донъя яңылыҡтары - 13.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 13.02.2018 https://bash.news/news/35129_donya_yaylytary__13022018/?lang=bash
13 фев 2018, 20:49

Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттең тәүге рәсми сәбәптәре аталды. Дәүләт-ара авиация комитеты белгестәре «Һарытау һауа юлдары» компанияһы самолетының приборҙары боҙ менән ҡапланыуы һөҙөмтәһендә пилоттар осош тиҙлеге тураһында яңылыш мәғлүмәт алыуына бәйле тип фаразлай. Орск ҡалаһына юлланған АН-148 самолеты 11 февралдә һауаға күтәрелгәндән һуң 4 минут үткәс ҡолап төшә. Бортта был ваҡытта 71 кеше була. Барыһының да ғүмере өҙөлә. Осраҡ буйынса тикшереү эштәре дауам итә.

ХХХ

2018 йылда Рәсәй төбәктәрендә юл төҙөлөшөнә һәм ремонтҡа 17 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был туралағы күрһәтмәгә бөгөн ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Аҡса, автомобиль трассалары селтәрен киңәйтеү һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар төҙөлөшөнә федераль ҡаҙнанан бюджет-ара трансферт нигеҙендә 30 төбәккә күсереләсәк.

ХХХ

Белорус алмаларына Рәсәйгә юл ябыҡ. Ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте илдең 31 предприятиеһында тауар өлгөләрен тикшергәндән һуң ошондай ҡарарға килде. Атап үтелгән етештереүселәргә емеште Рәсәйгә индереү 14 февралдән тулыһынса тыйыла.

ХХХ

Яҡын Көнсығыштағы низағты көйләү мәсьәләһендә Фәләстән Ҡушма Штаттар менән бәйләнештәрҙән бөтөнләй баш тарта. Был турала бөгөн танылмаған дәүләттәң башлығы Мәхмүт Аббас Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа белдерҙе. Фекер алышыу барышында ул Американың илселекте Тель-Авивтан Иерусалимға күсереү башланғыстарынан тыш, башҡа сәйәси ҡарарҙарын да тәнҡит утына тотто.

ХХХ

Көньяҡ Африкала арыҫландар браконьерҙы ашаған. Ғәҙәттән тыш хәл Крюгер милли паркында теркәлгән. Йыртҡыстарға рөхсәтһеҙ һунар итеүсе Европа турисы, үҙе ҡырағай бесәйҙәрҙең табышына әйләнгән. Полиция әле уның шәхесен асыҡлай. Хайуандар донъяһын һаҡлау менән шөғөлләнеүсе Борн Фри Фандейшн Йәмәғәт ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы йылдарға Лимпоппо йылғаһы үҙәнендә арыҫландарға рөхсәтһеҙ һунар осраҡтары арта бара. Был күренеште улар ҡырағай бесәйҙәрҙең табандары Африкалағы традицион медицинала киң ҡулланылыуына бәйләй.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Донъя яңылыҡтары - 13.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров