Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумға һығымта яһаны

Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумға һығымта яһаны https://bash.news/news/35203_rstm_xmitov_sochila_uan_foruma_yymta_yaany
19 фев 2018, 11:05

“Сочи – 2018” инвестицион форумының файҙаһы тураһында Республика башлығы былай ти: “Был майҙансыҡта бер аҙ рәсми ҡараштарҙан айырылған фекереңде лә еткерергә мөмкин. Һис шикһеҙ, төбәктәр финанс, иҡтисад, федераль органдар менән аралашыу кеүек етди мәсьәләләр күтәрә һәм был һорауҙар яуапһыҙ ҡалмай”.

Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумға һығымта яһаны
Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумға һығымта яһаны

Башҡортостан өсөн форумдың төп һөҙөмтәләре булып Владимир өлкәһе, Внешэкономбанк, Стратегик инициативалар агентлығы, Юристар ассоциацияһы һәм “Росконгресс” менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү булды.

“Бындай килешеүҙәр республикабыҙға яңы саралар йәлеп итеү генә түгел, уларҙы осһоҙға үткәреүҙе лә бәйән итә. Минеңсә Сочи форумы бик файҙалы. Бында яңғыраған идеялар республикабыҙҙың көндәлек тормошонда ҡулланылыр, тип ышанамын”, тине Рөстәм Зәки улы.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд