Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан етәкселеге Сочи ҡалаһында үткән инвестиция форумында ҡатнашты

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан етәкселеге Сочи ҡалаһында үткән инвестиция форумында ҡатнашты https://bash.news/news/35214_ana_yaylytary_bashortostan_etkselege_sochi_alaynda_tkn_in
18 фев 2018, 23:47

Һәм әйтергә кәрәк, был дүрт көн үтә лә һөҙөмтәле үткән. Һәр хәлдә, төҙөлгән килешеүҙәр һаны ошо турала һөйләй. Республика хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Уларҙың дөйөм күләме 69 миллиард һум менән баһалана. Бындай инвестициялар менән бик һирәк төбәктәр генә маҡтана ала.

Шулай ҙа был әле килешеү генә. Уның тормошҡа ашырылыуы күпкә ҡатмарлыраҡ. Былтыр мәҫәлән, ошо уҡ форумда 80 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүе төҙөлдө. Ярай ҙа уның шаҡтай ҙур өлөшө күләмле бер проектҡа- баш ҡаланың көнсығыш ҡапҡаларын, тоннелде, юлды төҙөүгә китәсәк. Ә башҡа сумманы үҙләштерелә тип әйтеп булмай әле. Сөнки быйыл йәлеп ителгән аҡсалар район һәм ҡалаларҙа төрлө проекттар тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.

Авторы: Айнур Кәбиров

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан етәкселеге Сочи ҡалаһында үткән инвестиция форумында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество