Аҙна яңылыҡтары. Сочи ҡалаһында Ҡытай инвесторҙары менән Благовещен районында тракторҙар етештереү заводы төҙөү тураһында килешелде

Аҙна яңылыҡтары. Сочи ҡалаһында Ҡытай инвесторҙары менән Благовещен районында тракторҙар етештереү заводы төҙөү тураһында килешелде https://bash.news/news/35216_ana_yaylytary_sochi_alaynda_ytaj_investorary_menn_blagove
18 фев 2018, 22:47

Уның хаҡы 6 миллиард һумдан ашыу. Завод асылыу менән меңдән ашыу кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Әткәндәй, тракторҙар Башҡортостанда былтыр көҙ үк сығарыла башланы. Дөрөҫ, тәжрибә рәүешендә һәм Шишмә районында. Беҙҙең ҡулдар ҡытай техникаһын йыйырға өйрәнһә, трактор йыйыу тулы циклға күсә.

Ике ил вәкилдәре бер-береһенең телен аңламаһалар ҙа, уртаҡ эш артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Слесарь Әҙһәм Ғиләжев әйтеүенсә, тимер-томор менән эш иткәндә талап бөтәһенә бер - техниканы биш бармағың һымаҡ белергә кәрәк . Улар алты агрегатты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йыйып та ҡуйған.

Тәжрибә майҙанына бар кәрәк-яраҡтар Ҡытайҙан килтерелгән. Техниканы йыйғанда Башҡортостан белгестәренең дә теләге иҫәпкә алына. Сөнки был тракторҙар республикабыҙ баҫыуҙарын иңләргә тейеш.

Трактор өлгөләрен йыйыу тәжрибәһе Шишмә районында үтһә лә, заводты Благовещен ҡалаһында төҙөргә хәл ителде. Ҡеүәтле предприятие өсөн логистика, инфраструктура булыуы ла бик мөһим. Сөнки киләсәктә Башҡортостанда йыйылған техниканы сит дәүләттәргә һатыу ҙа ҡаралған.

Вань Лунь, «Чжифан» инвестор компанияһы вәкиле: «Беҙ Башҡортостанға 6 миллиард һум инвестиция йүнәлтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Башлыса инвестициялар 100 ат көсөнә эйә тракторҙар етештереүгә йүнәлтелгән. Йылына 20 меңдән ашыу техника сығарасаҡ завод Благовещенда төҙөләсәк. Ваҡыты менән башҡорт тракторы ҙур танылыу яулар, тип уйлайым».

Завод төҙөү баҫыуҙарға яңы трактор ғына түгел, ҡаҙнаға һалым, халыҡ өсөн эш урындары. Яңы предприятиела меңгә яҡын кешегә эш табылыр тип көтөлә. Ә моноҡалалар өсөн мәшғүллек мәсьәләһе бик мөһим. Заводты ике йылдан сафҡа индереү ҡаралған.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Аҙна яңылыҡтары. Сочи ҡалаһында Ҡытай инвесторҙары менән Благовещен районында тракторҙар етештереү заводы төҙөү тураһында килешелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд