«Морат» тау саңғыһы комплексын үҫтереү, инфраструктураһын камиллаштырыу талап ителә

«Морат» тау саңғыһы комплексын үҫтереү, инфраструктураһын камиллаштырыу талап ителә https://bash.news/news/35241_morat_tau_sayy_kompleksyn_tere_infrastrukturayn_kamillash
17 фев 2018, 23:47

Был хаҡта бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе «Металлург» стадионында барған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны һәм саңғы ярышында ҡатнашыусы спортсыларҙы сәләмләне. Шулай уҡ «Һаҡсыл поликлиника» федераль проекты буйынса эшләгән Белорет үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһындағы үҙгәрештәр менән танышты.

Сиратһыҙ,заманса уңайлыҡтар булдырылған поликлиника. Белорет ҡалаһы үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһын тулыһынса төҙөкләндергәндән һуң яңыса төҫ алған.

Учреждениела халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы тәртибе менән бөгөн эш сәфәре барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Поликлиника асыҡ регистратура принцибы буйынса эшләй. Һөҙөмтәлә табип ишеге алдында сират йыйылмай. Электрон яҙылыу буйынса сират ике тапҡырға кәмегән. Поликлиникала март ауыл проекты эшләп килә. Программаның маҡсаты ауылдарҙа йәшәгән алтмыш йәштән өлкән кешеләрҙең сәләмәтлеген тикшереүгә ҡоролған. Былтыр октябрҙән декабрь айына тиклем биш меңдән ашыу пациент ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә уларҙа 380 хроник сир барлығы асыҡланған. Проект айырыуса, ауыл халҡының сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлтелгән. Медецина учреждениеһы «Һаҡсыл поликлиника» федераль проектында ла ҡатнаша. Дауалау-диагностика процессын ойоштороуҙа тәртип булдырыу эше яйға һалынған.

«Һаҡсыл поликлиника» проекты б-са республикала Күмертау ҡалаһы дауаханаһы, Өфөнөң 32-се һәм 4-се балалар поликлиникаһы эшләп килә. Йыл дауамында программаны тағы 18 медицина учреждениеһында һынау ҡаралған.

Республика башлығы эш сәфәре барышында «Металлург» стадионында ла булды.Спорт комплексы Башҡортостан етәксеһенең төбәктә еңел атлетка буйынса спорт базаһы һәм спорт резервындағы мәктәп булдырыу тураһындағы ҡарарына ярашлы төҙөкләндерелә.

Комплекста спорт залдары һәм бассейн төҙөкләндерелә, күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлә. Киләсһктә объектта еңел атлетика, футбол, баскетбол һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса бөтә рәсәй ярыштары үткәреү күҙаллана.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Морат тау саңғыһы үҙәгендә лә булды.Эксперттар менән фекер алышыуҙа Башҡортостан башлығы тау саңғыһы комплексын артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

«Морат» тау саңғыһы комплексын үҫтереү, инфраструктураһын камиллаштырыу талап ителә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа