Ауыл мәҙәниәт йорттары яңы һулыш ала

Ауыл мәҙәниәт йорттары яңы һулыш ала https://bash.news/news/35243_auyl_mnit_jorttary_yay_ulysh_ala
17 фев 2018, 21:47

Ейәнсура районының Таҙлар ауылы клубында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Быйыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында тамашасы һәм бейеү залдарын, иҫкергән электрүткәргестәрҙе яңыртыу ҡаралған. ауыл клубында әлегә тиклем дә эш тынмай. Былтыр клубтың ҡыйығы яңыртылған, матди-техник базаһы нығытылған.

Сәхнәлә Таҙлар ауылының йәш бейеүсе ҡыҙҙары. Хореограф Айгөл Булат ҡыҙы уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың милли бейеүҙәренә өйрәтә. Былтыр ауыл клубы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» проектында ҡатнашҡан. Бүленгән өс миллион һум аҡсаға ремонт эштәре башҡарылған, матди-техник база нығытылған һәм музыка ҡоралдары һатып алынған.

Шулай уҡ былтыр республика бюджетынан бүленгән 1 миллион һумға яҡын аҡсаға Таҙлар клубының ҡыйығы яңыртылған. Әле мәҙәниәт йортонда тиҫтәгә яҡын түңәрәк эшләй. Унда кесеһе лә, олоһо ла бик теләп шөғөлләнә. Әйтәйек, ауылда йәшәүсе гүзәл заттарҙың хәҙер үҙ фитнестары ла бар. Үҙеңде яҡшы формала тотоу өсөн физик күнекмәләр бик ярҙам итә, ти улар.

Ауылда йәшәүселәр клубың төҙөкләндереүенә ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки уҙған быуат урталарында төҙөлгән бина ваҡыт үтеү менән ныҡ таушала. Ә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эштәре башҡарылмауы хәлдең тағы ла киҫкенләшеүенә килтерә.

Быйыл ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ла ҡатнашырға иҫәп тота. Тупланасаҡ финанстар тамашасы һәм бейеү залдарын, иҫкергән электрүткәргестәрҙе яңыртыуға йүнәлтеләсәк. Был үҙ сиратында Һүрәм буйы талантарына оло сәхнәгә юл ярыр тип көтөлә.

Авторы: Илдар Байбулатов

Ауыл мәҙәниәт йорттары яңы һулыш ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа