Республикала ил президентының һайлау алды кампанияһы әүҙемләшә

Республикала ил президентының һайлау алды кампанияһы әүҙемләшә https://bash.news/news/35289_storonniki_kandidatov_v_prezidenty_strany_provodyat_aktiv
19 фев 2018, 22:55

Кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре халыҡ менән осрашыуҙарҙа агитация үткәрә. Һәр һайлау алды штабына һайлаусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә.

Залдағы 400 -ҙән ашыу һайлаусы Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы вәкилен иғтибар менән тыңланы. Был осрашыуҙа Рушанна Бабич ил Президентына кандидат Владимир Путиндың һайлау алды платформаһы хаҡында һөйләне. Уның сығышынан һуң, халыҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы, медицина, социаль өлкәләге һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Рушанна Бабич, Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе кандидат Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле: «Рәсәй буйынса Владимир Владимировичтың 400-ҙән ашыу ышаныслы вәкиле эшләй. Улар төрлө өлкә һәм ҡатлам кешеләре. Беҙҙең алда кандидатҡа төрлө сфераларҙа булған ыңғай һәм кире яҡтарҙы еткереү бурысы тора».

ЛДПР партияһы етәксеһе Владимир Жириновскийҙың һайлау алды штабында ла әүҙем эш бара. Агитация материалдары етерлек күләмдә баҫтырылған, тиҙҙән улар таратыласаҡ. Һорауҙары булған граждандар ғаризалар менән мөржәғәт итә.

Дмитрий Иванов, Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе кандидат Владимир Жириновскийҙың финанстар буйынса ышаныслы вәкиле: «Һайлауҙа беҙҙең тәжрибә бай. Йыл әйләнәһенә әүҙем эш алып барабыҙ, атрибутика һәм агитация материалы етерлек күләмдә баҫтырылды. Көн һайын халыҡты ҡабул итәбеҙ. Көнөнә 40-лап граждан мөрәжәғәт итә. Урындарҙағы бүлексәләре лә әүҙем эшләй».

«Үҫеш» партияһының төбәк штабы ла үҙенә ҡуйған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. «Башҡортостан һайлау алды эшмәкәрлегендә алдынғылар рәтендә». Бөгөн бындай юғары баһаны Борис Титов ҡуйҙы. Мәскәүҙә ил президентына кандидат ышаныслы вәкилдәр менән осрашты.

Руслан Ғиндуллин, Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе Борис Титовтың ышаныслы вәкиле

/Мәскәү/: «Нас у Бориса Юрьевича 528.На даннаый момент проводятся предварительные итоги. Башкортостан в пребыборной гонке в числе лидеров с наряду с Крымом и Питером».

Бөгөндән федераль һәм төбәк дәүләт телеканалдары эфирында теге йәки был кандидатты яҡлап роликтар күрһәтелә башланы. Агитация осоро 17 февралдә үк старт алды һәм ул шәмбе ялына тура килде. Ҡанун буйынса ял көндәрендә агитация эшен алып барыу тыйылған, шуға күрә лә кандидаттар бушлай эфир ваҡыты менән дүшәмбенән ҡуллана башланы.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Республикала ил президентының һайлау алды кампанияһы әүҙемләшә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество