Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында ауыл хужалығы кооперативтары ойоштороу буйынса халыҡ йыйындары үтте

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында ауыл хужалығы кооперативтары ойоштороу буйынса халыҡ йыйындары үтте https://bash.news/news/35308_osho_kndr_bajma_rajonynda_auyl_xuzhalyy_kooperativtary_oj
19 фев 2018, 19:40

Осрашыуҙарҙа Ауыл хужалығы министрлығының консультация үҙәге белгестәре лә ҡатнашты. Әлегә республикалағы 800-ҙән ашыу ауыл биләмәһенең 100-гә яҡыны ауыл хужалығы кооперативтарын төҙөү тәҡдиме менән сыҡҡан. Шул иҫәптән алты биләмә Баймаҡ районынан.

Ошоға тиклем Рәсәйҙең Липецк өлкәһендә кин таралған, хәҙер Башкортостанға иклеп еткән яңы хәрәкәт табышты үҫтереү программаһы тип билдәләнә. Һәр бер проект тейешле корамалдар һатып алыуҙы ла күҙаллай. Уның ҙур өлөшө ит, һөт етештереп эшкәртеүгә кайтып калһа, тәкдим ителгәндәр араһында картуф , емеш йәшелсә үҫтереү ҙә, йөн,тире эшкәртеү ҙә, бал етештереү, балык үрсетеү, хатта киптереү, каптарға төрөү, автокиоскылар ҙа ҡаралған. Бында бизнес план төҙөү кәрәкмәй, ә кооперативтар ойоштораласак ауылдарҙа инициатив төркөмдәр булдырыу ҙа етә. Кеше күберәк булған һайын, конкурстан үтеүе лә енелерәк, ти белгестәр. Ошонда катнашып ауыл кооперативтарының 3 миллион һумға тиклем корамалдар алыу мөмкинлеге бар. Унын 10 процентын урындағылар үҙҙәре индерә.

Райондың Юлык ауылында тушенка эшләү производствоһын юлға һалыу тәкдимен индергән Тәнзилә Миннебаева ошо төркөмдөң етәксеһе итеп һайланды. Эшкыуарлык өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаған ханымдың бар теләге ауылда эш урындарын арттырыу һәм ауылдаштарының тормош шарттарын якшыртыу.

Ауыл халкы былай ҙа үҙаллы йөҙөүҙә, башлыса мал иҫәбенә көн итә. Ләкин мал тотоу ғына әле хәллелекте аңлатмай. Уға күпме көс, күпме хеҙмәт талап ителә. Кооперативтар төҙөүҙә урындағы продукцияны етештереү генә түгел, ә эшкәртеп һатыуҙа ла, уҙ артындан башкаларҙы эйәртеүҙә лә кин мөмкинлектәр асыласак, ти белгестәр.

Ауыл халкы баҙар менән дуҫ булһа ла, унда ла шарттар йылдан йыл үҙгәреп тора. Йыш кына ул мал тотоусылар, иген үҫтереүселәр файҙаһына тугел. Етештергән продукциянын хакы түбән, бәйәһе юк. Өҫтәүенә. урындағы етештереүселәрҙе эре маркеттар баҫа.

Кооперативтар хәрәкәтен үҫтереүҙең отошло яктары күп, ти эксперттар. Программанын исеме үҙе ук әйтеп тора‐ табышты үҫтереү. Был иһә ауылда шәхси хужалыҡтарҙы күтәреү, яны эш урындарын асыу, экологик таҙа продукция менән сауҙа итеүҙе һәм халыктын аксаһын ситкә сығармауҙы ла күҙ унында.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында ауыл хужалығы кооперативтары ойоштороу буйынса халыҡ йыйындары үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна