Үтә алмаҫлыҡ һынау түгел

Үтә алмаҫлыҡ һынау түгел https://bash.news/news/35358_bashkortostan_prisoedinilsya_k_akcii_edinyj_den_sdachi_eg
20 фев 2018, 18:21

Мин тапшыра алмаҫ инем, тигән икеләнеүҙәр урынһыҙ. Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып ҡарағандан һуң, фекерен ҡырҡа үҙгәртте. Тулҡынланыу бар , әммә күҙ алдына килтергәнсә һынау шарттары ҡатмарлы түгел, ти улар. Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусыларының ата-әсәләре рус теленән дәүләт имтихандарын тапшырып ҡараны.

Бөгөн барыһы ла киреһенсә. Гөлсәсәк ҡыҙын тынысландырырға тейеш булһа, был юлы ҡыҙ әсәһен йыуата. Сөнки һынауҙы бөгөн ата-әсәләр тота. Барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарында кеүек. Шул уҡ талаптар һәм шарттар. Аудиторияларға металл эҙләү ҡорамалдары аша инәһең. Тәүге һынауҙы ата-әсәләр тыныс үтә.

Имтиханға документ, ҡағыҙ һәм ручка, һыу, шоколад ҡына алып инергә мөмкин. Башҡа әйберҙәрҙең барыһын да күҙәтеү пуктында алып ҡалалар.

Имтихан барышы ла етди һаҡ аҫтында. Һәр аудитория алдында күҙәтеүселәр тора. Һынау тотоусыларҙың һәр ҡыланышы, хәрәкәте лә видеокамералар аша онлайн режимда ҡарала. Хатта мәғариф министры ла был ҡағиҙәләрҙән тайпыла алмай. Стандарттар тотош илдә барыһына ла бер тигеҙ.

Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы ике этаптан тора. Тәүҙә ата-әсәләр ете һорауға ҡыҫҡаса яуап әҙерләһә, икенсеһендә инша яҙырға тейештәр. Был эштәргә ҡырҡ минут ваҡыт бирелә. Шулай ҙа үҙ-үҙеңде тикшерер өсөн ун биш минут өҫтәлә. Һынау тотоусылар әйтеүенсә, һорауҙар яуап бирә алмаҫлыҡ түгел.

Шулай ҙа ысын берҙәм дәүләт имтиханынан айырмалы һөҙөмтәләр иғлан ителмәй. Уны ата-әсәләр үҙҙәре өсөн генә белә ала. Ә улар ярайһы уҡ яҡшы, ти мәғариф белгестәре.

Авторы: Айнур Кәбиров

Үтә алмаҫлыҡ һынау түгел

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа