Донъя табибы Хәсән Баиев бөгөн Башҡортостан хирургтары менән берлектә Өфөлә өс операция яһаны

Донъя табибы Хәсән Баиев бөгөн Башҡортостан хирургтары менән берлектә Өфөлә өс операция яһаны https://bash.news/news/35366_edinstvennyj_v_rossii_vrach_mira_provel_v_ufe_dve_plastic
20 фев 2018, 22:19

Хәсән Баиев Чечен республикаһында тыуған. Локаль бәрелештәр ваҡытында хәрби хирург булып эшләгән. Пластик хирургияла ул уңышлы операциялар эшләүе менән данлыҡлы.

Операция өҫтәлендә йәш ҡатын, пластик хирургтар уның танауына операция яһай. Пациенттың йәрәхәтләнгән танауы ҡыйшайған һәм ул тын ала алмаған. Операцияны уға ике хирург эшләй. Донъя табибы Хәсән Баиев һәм хирург Артур Гасаев. Хәсән Жудиновичтан операция яһатыуға донъяла сират ҙур һәм беҙҙең пациентҡа икеләтә бәхет йылмайған тигән һүҙ. Донъя табибы әмәлиәтте бер сәғәт эсендә тамамланы.

Хәсән Баиев, пластик хирург: «Донъяның төрлө мөйөштәрендә операция эшләргә тура килә. Медицина ҡорамалдарымды үҙем менән йөрөтәм. Мәҫәлән, ҙур, килбәтһеҙ инструменттар менән тотоноу уңайһыҙ. Пластик операция нескә тойомлауҙы талап итә. Һәр хирургтың үҙ почеркы бар тип әйтер инем, рәссам һымаҡ. Һөҙөмтә уңышлы булһын һәм пациент көҙгөгә ҡарағанда үҙен бәхетле тойһон өсөн».

Табип пластик хирургияла уңышлы операциялар яһауы менән данлыҡлы. Хәйриәлек менән шөғөлләнә һәм мохтаждарға, бигерәк тә тыумыштан йөҙ-яңағында кәмселеге булған балаларға бушлай әмәлиәт үткәрә. Самбо һәм дзюдо буйынса Америка чемпионы, яҙыусы 2005 йылда «Донъя табибы» халыҡ-ара премияһына лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә унан башҡа бындай премия алыусы юҡ. Ул Лариса Гузеева һәм башҡа билдәле шәхестәргә, олимпия чемпионы йыйылма командаһы гимнастарына операция эшләгән. Тышҡы ҡиәфәтендә кәмселекте бөтөрөү өсөн тап унан операция яһатырға сиратты йылдар буйы ла көтәләр. Операцияларының уңыш сере күп йыллыҡ тәжрибәнән тыш, пациентҡа ихтирамлы мөнәсәбәте һәм алдан ныҡлы әҙерлегендә . Үҙе спортсы булараҡ, кистән фитнес залға барып килеү һәм төнгө унда йоҡларға ятыу.

Артур Гасаев, пластик хирург: «Минең өсөн көтөлмәгәнсә үтте. Ҡан әҙ булды һәм тиҙ генә яһаныҡ. Операцияны эшләү техникаһы бөтөнләй башҡаса булды. Хәсән Баиев менән бергә әмәлиәт ойоштороу күптәнге хыялым ине һәм ул уңышлы барып сыҡты тип әйтә алам».

Әлбиттә, төбәктә Рәсәй шоу-бизнесындағы кеүек үҙенең тышҡы йөҙ-ҡиәфәтен үҙгәртергә теләүселәр күп түгел. Шулай ҙа бар. Зарина Өфөләге халыҡ-ара пластик хирургия үҙәгенә ҡолаҡтарына операция яһатырға килгән.

Зарина Ғәниева: «Ҡолаҡтарым ҡарпыш. Бөгөн үҙәккә беренсе тапҡыр килдем. Шунда уҡ операция көнөн билдәләнеләр. Мин был аҙымға оҙаҡ әҙерләндем. Ниһайәт, хыялым тормошҡа ашыр тип уйлайым. Ҡолаҡтарымды сәс менән ҡаплап йөрөргә тура килде. Мин дә сәсемде йыйып матур прическа эшләп йөрөй аласаҡмын».

Пластик хирургия айырым йүнәлеш булараҡ Рәсәйҙә ун йыл элек кенә танылыу тапһа ла, уға мохтажлыҡ йылдан -йыл арта. Иң мөһиме - ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығармау.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Донъя табибы Хәсән Баиев бөгөн Башҡортостан хирургтары менән берлектә Өфөлә өс операция яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд