Донъя яңылыҡтары - 20.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 20.02.2018 https://bash.news/news/35394_donya_yaylytary__20022018/?lang=bash
20 фев 2018, 20:34

Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә менән 1 мартта сығыш яһаясаҡ. Был турала дәүләт башлығының һайлау штабы рәйестәше Александр Румянцев хәбәр итте. Мөрәжәғәтнәмәлә һайлаусыларҙы борсоған күп кенә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдары сағылыш табыр тип көтөлә.

ХХХ

Бөгөн Ирандың эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте авиафажиғәлә һәләк булыусы 30 кешенең кәүҙә ҡалдыҡтары юлыҡҡан. Уларҙың яртыһы танырлыҡ хәлдә түгел. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Тегеран аэропортынан күтәрелгән ATR-72 компанияһы самолеты йәкшәмбе иртән ҡазаға тарыны. Уның бортонда 60 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы була. Иҫән ҡалыусылар тураһында мәғлүмәт бирелмәй.

ХХХ

Латин графикаһы нигеҙендә ҡаҙаҡ теленең яңы алфавиты донъя күрҙе. Ошо туралаға указға бөгөн Нурсултан Назарбаев ҡул ҡуйҙы. Ҡаҙағстан президенты тарафынан раҫланған алфавитта шул уҡ 32 хәреф һаҡланып ҡалған, әммә хәреф өҫтөнә өтөр һымаҡ итеп ҡуйылған билдәләр юҡҡа сыҡҡан. Иҫке славян яҙмаһынан латин алфавитына күсеү этап буйынса 2025-се йылға дауам итәсәк.

ХХХ

Олимпия уйындарында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Семен Елистратов өсөн бөгөнгө уҙыштар уңышһыҙ тамамланды. Ул 500 метр араға йүгереүҙә сирек финалға сыға алманы. Ә бына Александр Шульгино́в миҙалдар өсөн көрәшеүен дауам итә. Был дистанция чемпионы 22-се февралдә асыҡлана.

Авторы: Илдар Байбулатов

Донъя яңылыҡтары - 20.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»