50 йыл ғүмерен башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә арнаған йондоҙ

50 йыл ғүмерен башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә арнаған йондоҙ https://bash.news/news/35405_50_jyl_meren_bashort_teatr_m_kino_snten_arnaan_jondo
20 фев 2018, 19:00

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың ижад кисәһе үтте. Тамашасыға ул тиҫтәләрсә ролдәре аша яҡшы таныш. Бигерәк тә Флорид Бүләктовтың «Мәскәү-васютки» спектакле халыҡ хәтерендә.

Ваҡытында ул сәхнәгә тормош иптәше, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров менән бергә сыға. Бөгөн сәхнә әҫәре телевидениеның алтын фондында һаҡлана. Ниса Миңлевәли ҡыҙы ижад юлын Салауат башҡорт дәүләт драма театрында башлай. Актрисаның һәр роле ҡабатланмаҫ хистәр менән байытылған. Уның бер генә хәрәкәтен дә башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел, ти йәш актерҙар.

Юбилей кисәһендә тамашасылар актрисаның Рәми Ғариповтың «Яндырылған хаттар» поэмаһын уҡыуын яратып ҡабул итте. Сәхнәлә шулай уҡ юбиляр төрлө йылдарҙа башҡарған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

50 йыл ғүмерен башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә арнаған йондоҙ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество