Баймаҡ ҡалаһында оҫта ҡуллы ир-егеттәр конкурсы ойошторолдо

Баймаҡ ҡалаһында оҫта ҡуллы ир-егеттәр конкурсы ойошторолдо https://bash.news/news/35407_bajma_alaynda_ota_ully_iregettr_konkursy_ojoshtoroldo
20 фев 2018, 18:47

Унда Урал аръяғы райондарынан йыйылған оҫталар үҙҙәренең эштәрен халыҡ иғтибарына сығарҙы. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Әбйәлил районынан хеҙмәт уҡытыусыһы Айрат Хәлисов үҙенең өйрәнсектәре менән был сараға бик бай күргәҙмә менән килгән. Ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән шөғөлдө бөгөн мәктәп уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта улар боронғо шөғөлгә бөгөнгө заман зауығында өҫтәй. Ағасты һырлау барышында эҙләнеү эше алып барыла-яңы ысулдар,биҙәлеш төрҙәре асыла. Һөҙөмтәлә- бик үҙенсәлекле ҡул эше килеп сыға.

Урал аръяғы райондарынан йыйылған оҫталар был сараға күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр алып килгән. Семәрле һүрәттәр, йорт йыһаздары, шахмат, шашка, һауыт-һабалар, йөн иләү станогы, көбө, сувенирҙар һәм башҡа зауыҡлы ағас йыһаздар. Һәр бер ҡул эшендә милли биҙәктәр һәм һырҙар. Улар үҫмерҙәрҙең оҫталыҡтарын күрһәтә, эшен йәмләй, уға ҡот өҫтәй. Бөгөн Йәштәрҙең борондан килгән ағас һырлау эшен тергеҙеүе, яңы биҙәлештәр байытыуы оло ҡыуаныс тыуҙыра.

Сара барышында конкурсанттар үҙ эштәрен халыҡ иғтибарына сығарҙы, бынан тыш үҙ проекттарын яҡлап, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Икенсе тапҡыр ғына ойошторолоуона ҡарамаҫтан, сара юғары кимәлдә үтте. Ә иң мөһиме, яңы оҫталар билдәләнде, үҙенсәлекле эштәр табылды.

Авторы: Әлфиә Хәмитова

Баймаҡ ҡалаһында оҫта ҡуллы ир-егеттәр конкурсы ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна