Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан Өфөлә

Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан Өфөлә https://bash.news/news/35408_vatandy_yalausylar_kn_aldynan_fl_jsh_xrbi_kursy_akciyay_s
21 фев 2018, 11:13

Акция сиктәрендә Рәсәй гвардияһының ОМОН хеҙмәтенә үтеүгә кандидаттар өсөн талап ителгән нормативтар һәм һайлап алыу һынауҙарын теләгән һәр кем үтә алды.

Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан Өфөлә
Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан Өфөлә

Республика журналистары ла был саранан ситтә ҡалмай, ярыш майҙанына сыҡты. Махсус инструктаж һәм физик күнекмәләрҙән һуң тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусы 3 саҡрым кросс үтте. Норматив буйынса күрһәткес 11 минут 45 секундтан кәмерәк булырға тейеш ине. Артабан турникта күтәрелеү, ҡул көрәше кеүек һынауҙар әҙерләнгәйне. Төрлө ауырлыҡ категориялары буйынса самбо, бокс ҡағиҙәләренә ярашлы ярыш үтте. "Йәш хәрби курсы"н уңышлы үтеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа